Унан күренеүенсә, ирекле формированиелар составында махсус хәрби операцияға киткән граждандар газды бушлай тоташтырыу хоҡуғына эйә була. Бынан алдағы редакцияла «ирекле отрядтар» тип яҙылғайны.
Милли гвардия ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән полицейскийҙар Украина, Луганск Халыҡ Республикаһы, Донецк Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәләрендә МХО-ла ҡатнашыуын белешмә менән раҫларға тейеш, тиелә документта.
Шулай уҡ ишле ғаиләләргә сертификаттар тапшырыу тәртибенә аныҡлыҡ индерелде. Өс һәм унан күберәк балаһы булған (шул иҫәптән уллыҡҡа йәки опекаға алынған) ғаиләләр ишле тип иҫәпләнә. Льгота 18 йәшкәсә йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге өс бала тәрбиәләгән осраҡта бирелә.