Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Декабрь , 14:09

Ҡоролтай эшен барлай

Радий Хәбиров, тура эфирҙағы сығышында: –  Беҙ ҡоролтайға ябай булмаған, хатта тарих өсөн ҙур үҙгәрештәргә бай осорҙа йыйылдыҡ. Илебеҙ һәм һәр ҡайһыбыҙ ауыр һынауҙар аша үтә. Шул уҡ ваҡытта был иң яҡшы ваҡыт та, мөһим әйберҙәр тураһында уйланыр өсөн кәрәк. Көслөрәк, берҙәмерәк булыр, көсөбөҙҙө яҡшы ғәмәлдәргә ебәреү ваҡыты, – тине ул. – Элекке беҙҙең мөхиттәге тарҡаулыҡ, үҙ-ара дәғүәләр, башҡорт милләте үҫешенең төп бурыстарын аңлашмаусанлыҡ йыш булған йылдарҙан айырмалы рәүештә, был ҡоролтай беҙҙең берҙәмлектә, берләшеүҙә үтә. Нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ. Бөгөн ҡоролтай ныҡлы, ышаныслы, көслө. Милләтте берләштереүсе, - тип билдәләне. 12 декабрҙә баш ҡалабыҙҙа Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) үтәсәк. Унда республика ҡала-райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм башҡа илдәрҙән килгән ҡунаҡтар араһында беҙҙең район делегаттары ла ҡатнаша. Ошо уңайҙан район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Ҡоролтай эшен барлай
Ҡоролтай эшен барлай
- Илмира Әнүәр ҡыҙы, ҡоролтай эше райондың мәҙәни, әҙәби һәм сәнғәт йүнәлештәрендә үҙ сағылышын таба. Ошо хаҡта һөйләп китһәгеҙсе.
- Беҙҙең маҡсат, тәү сиратта, башҡорт телен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән эштәрҙе бергәләп дауам итеү. Был йүнәлештә терминология комиссияһы менән алтаҡталарҙың, ауыл, урам исемдәренең башҡортса дөрөҫ яҙылыуын тикшереү эштәре алып барабыҙ.
Телде һаҡлауға килгәндә, район мәҙәниәт һарайының “Сатҡылар” халыҡ театрының матур репертуарҙар менән сығыш яһап, призлы урындар яулауҙары һоҡландырһа, Бишауыл-Уңғар мәктәбендә “Уңғар” театр төркөмөнөң уңышлы эшләп килеүе күңелдә өмөт осҡондары уята. Шулай уҡ, Иҫке Бәпес, Иҫке Муса, Бишауыл-Уңғар, Малай, Шәрипҡол мәктәптәре уҡыусыларының башҡорт КВН командаларын төҙөп бәләкәй аҙымдар менән булһа ла алға барыуҙарын, балаларҙың үҙ телдәрен белеүҙәрен дәлилләй.
 
Шул уҡ ваҡытта районда башҡорт бейеү-йыр ансамблдәре, фольклор һәм театр коллективтарының репертуары буйынса кәңәшләшеү, анализлау эшен, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы халыҡ араһынан эҙләүҙе дауам итергә кәрәк.
Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индергән ағинәйҙәребеҙ, атап әйткәндә, Табын ырыуының балалар һәм өлкәндәр кейемен тергеҙеүгә ҙур көс һалыусы Һәүәләй ауылынан Гүзәл апай Искәндәрованың, йәштәр араһында милли кейемдең заманса стилен сағылдырған Ҡырмыҫҡалы ауылынан Лиана Хөсәйенованың районыбыҙҙың данын республиканан ситтә лә танытыуы маҡтауға лайыҡ.
Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙ араһында социаль селтәрҙәрҙә үҙ сәхифәләрен башҡорт телендә алып барыусылар арта барыуы күҙәтелә, район хакимиәте сайтында ла дәүләт теле булараҡ, үҙ телебеҙҙә постар күренһә яҡшы булыр ине.
 
- Район етәкселеге менән берлектә район башҡорттары ҡоролтайы ойошторған саралар тураһында нимәләр һөйләр  инегеҙ?
- Әлбиттә, ҡоролтай эшен район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, китапханалар менән бергәләп алып барабыҙ. Китапханаларҙа, мәктәптәрҙә телгә һөйөү тәрбиәләү, телебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлау буйынса даими рәүештә төрлө матур саралар уҙғарылып килә. Милли кейем көнөндә, төрлө флешмобтарҙа, башҡорт телендә халыҡ-ара диктант яҙыуҙа мәктәптәрҙең, төрлө коллективтарҙың, ауыл халҡының әүҙем ҡатнашыуы маҡтауға лайыҡ.
2012 йылда районда Шайморатов призына республика буйынса милли көрәшселәр ярыштарына нигеҙ һалынды. Ул хәҙер республика кимәленә сыҡты һәм йылдан-йыл күберәк бәйгеселәрҙе йәлеп итә. Ауылдарҙа көрәш буйынса секциялар эшләп килә, шулай уҡ йәштәрҙә таяҡ тартыш, “Ылаҡ” милли уйындарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта. Был йәһәттән йәштәрҙе был спорт төрҙәренә ылыҡтырған физкуьтура уҡытыусылары Заһит Солтаҡаев, Рәмзит Ғәлиәкбәров һәм Марат Тажетдиновтарҙың эштәренә яуаплы ҡарауын билдәләр инем.
 
Ете йыл рәттән табын йәштәрен ойоштороу буйынса ла эштәр алып барыла. Табынфестҡа район йәштәрен күберәк йәлеп итеү, уларҙы туплау буйынса эш дауам итә, яңы лидерҙар эҙләнә.
Иҫтә ҡалырлыҡ сараларҙан Ефремкин мәктәбендә «Урал батыр мәктәбе» проектын ғәмәлгә ашырыу, перспективалар» тип аталған республика семинарын уҙғарыу булды. Уҡыусыларҙың балҡып торған күҙҙәренә ҡарап, башҡорт телендә шартлатып һөйләп тороуҙарын күреү, төбәк-ара конкурсының ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәгенә инандырҙы. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙҙәренең һөнәри белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтә алды. Шулай уҡ йәштәребеҙҙең Мәскәүҙә үткәрелгән Һабантуйҙа, Мең ырыуы сараларында ҡатнашып, рухи аҙыҡ алып ҡайтыуын да билдәләп үтергә кәрәк.
 
- Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, һеҙҙе нимәләр борсой?
- Иң борсолдорғаны, әлбиттә, ФГОС шарттары менән бәйле милли мәктәптәрҙә башҡорт теле сәғәттәренең һаны кәмеүе. Киләсәктә башҡорт әҙиптәренең шундай матур классик әҫәрҙәрҙен кемдәр уҡыр, нисек уҡырҙар икән, билдәһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәлә буйынса ыңғай хәбәрҙәр әлегә юҡ.
Бөгөнгө көндә
районда сығып килгән милли баҫманың тиражы кәмеүе лә бик аяныслы. Шуға ҡарамаҫтан, журналистар заман менән бергә атлап, социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эш алып бара, ижад итә, конкурстар уғҙара, үҙҙәренең башҡорт контентын булдыра.
 
- Ниндәй проекттар бойомға ашырыла һәм Республика башлығы гранттарында ҡатнашаһығыҙмы?
- Иң әүҙем ҡатнашҡан проекттар буйнса, тарих йылында Википедия буйынса беҙҙең район буйынса мәғлүмәттәр ҡуйылыуын билдәләп үтер инем. Был эште артабан да дауам итергә ниәтләйбеҙ.
Республика Башлығы грантына коммерцияға ҡарамаған ойошмалар еңгән проекттарҙа башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү буйынса йүнәлештәр бар. Улар иҫәбенә балалар һәм өлкәндәр башҡорт фольклорын төҙөү һәм милли кейемдәрҙе тегеүҙе үҫтереүгә йүнәтелгән “Быймаһы ла, быймаһы” проекты инә. Шулай уҡ ошо йүнәлеш буйынса Илтуған ауылында этнографик музейҙа тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө булдырылды, ул халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Прибельский ауылында уҙғарылған фольклор байрамында ла башҡорт фокльлор ансамблдәренә ҙур иғтибар бирелде.
Иҫке Бәпес ауылынан Асҡар Ишберҙиндың грант алып, ауыл ерендә туризмды үҫтереү буйынса эште йәйелдереүен дә билдәләп үтергә кәрәк. Ул бер нисә йыл рәттән“Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә үҙенең егеттәрен, аттарын алып барып призлы урындар яулауға өлгәште. Шундай рухлы, булдыҡлы йәштәребеҙ күберәк булғанда, киләсәгебеҙ өмөтлө булыр ине.
 
– Башҡортостан башлығы Гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылған “Айыҡ ауыл” бәйгеһе тураһында айырым һөйләшергә кәрәктер, моғайын.
- Ысынлап та, бөгөн ул халыҡ араһында көтөп алынған конкурстарҙың береһенә әйләнде. "Айыҡ ауыл" проекты сиктәрендә район буйынса еңгән ауылдарҙы билдәләү, сараларҙы үткәреүҙә ярҙам итеү, видеопрезентация эшләү, халыҡ менән осрашыу һәм башҡа бихисап эштәр район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларына йөкмәтелгән. Был конкурстарҙа ҡатнашҡан ауылдарыбыҙ сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыуҙа берҙәмлекте күрһәтә, әүҙем һәм айыҡ ғәҙәттәргә йәлеп итеү буйынса ҙур эштәр башҡара.
Мәҫәлән, 2022 йылда ошо бәйгелә еңеү яулаған Күлләр ауылы халҡы үҙҙәренең ҙур тырышлығы менән “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яулап, бер миллион ярым һумлыҡ аҡсалата премияға лайыҡ булды һәм был аҡ¬саға Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлегенә мемориаль таҡта һәм ба¬лалар майҙансығы булды¬рҙы. Был эштәр ауылдың күҙгә күренеп үҙгәртеүгә булышлыҡ итте. Уҙған йыл Үтәгәндәр бәйгелә янып-көйөп ҡатнашһа, быйыл Ибраһим ауылы халҡы унда еңеп сығыу өсөн ҙур әүҙемлек күрһәтә.
 
- Артабанғы үҫеш өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
- Беҙ әңгәмәләшергә, райондың үҫешен һәм мәҙәни тормошон яҡшыртыу менән ҡыҙыҡһынған һәр кемдең уй-фекерҙәрҙен, тәҡдимдәрен тыңларға әҙербеҙ.
Ҡоролтай эше ул һәр беребеҙҙән тора. Район башҡарма комитетына ҡоролтай ағзалары итеп үҙ ваҡытын йәлләмәгән, иницитивалы, рухлы кешеләр һайланыҡ, тип уйлайым һәм улар менән бергәләп ҡоролтай эшен йәнләндереп ебәрербеҙ, тип ышанам.
 
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Илмира Әнүәр ҡыҙы. Киләсәктә лә эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.
Гөлсәсәк Аласова.
 

 

 

Фәрғәт Ҡотлобаев, Табын ырыуҙарының ҡор башы: - Ҡоролтай бик тә әүҙем, маҡсатлы эш алып бара һәм улар тарафынан ойошторолған проекттар һоҡланыу тыуҙыра.

Актив һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән уңыштарға өлгәшкән урындағы ҡоролтай ағзалары менән мин дә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттағы съезына делегат итеп барам. Ватандаштарыбыҙҙы берләштергән сарала күҙгә-күҙ осрашып, киләсәккә пландар ҡороп, уй-маҡсаттар билдәләп ҡайтырбыҙ, тип ышанам.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: