Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Октябрь , 21:33

Ҡандағы холестеринды, шәкәрҙе кәметә.

Ашҡаҙан-эсәк сирҙәре мәлендә файҙалы.

Ҡандағы холестеринды, шәкәрҙе кәметә.
Ҡандағы холестеринды, шәкәрҙе кәметә.

Ул ҡандағы холестеринды, шәкәрҙе кәметә, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре мәлендә файҙалы.
Һоло кеҫәле эшләү өсөн кәрәк: 2 стакан һоло яҫмығы (геркулес), ярты сәй ҡалағы ҡоро әсетке (сүпрә), 1 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, самалап тоҙ.

Геркулесты 5-6 стакан һыуға һалып, сүпрә, шәкәр өҫтәйбеҙ. Һауыттың өҫтөн ҡаплап, 8-10 сәғәт бүлмә температураһынла тотабыҙ. Артабан һәйбәтләп болғатып, эре тишекле иләк йәки тишекле сүмес аша һөҙәбеҙ. Һөҙөп алынған массаға самалап тоҙ, 2 аш ҡалағы май һалып, талғын утҡа ҡуйып, ҡайнатып сығарабыҙ. Болғап торорға онотмағыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут самаһы бешерергә. Әҙер кеҫәлдең өҫтө йыйырсыҡланып, уртаһы соҡорлана башлай. Уттан алып, һыуытырға ҡуябыҙ. Ул ҡалаҡ менән ашарлыҡ ҡуйылыҡта килеп сығырға тейеш.

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_15108 

Автор:
Читайте нас: