Даирә
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Сентябрь , 14:31

Өфөлә динозаврҙар тауыш биргән

Тағы кемдәр килер икән?     

Өфөлә динозаврҙар тауыш биргән
Өфөлә динозаврҙар тауыш биргән

Бөгөн Башҡортостанда өс көнлөк тауыш биреүҙең тәүгеһе башланды. Белгестәр әйтеүенсә, йома көнө ялдарға пландары булған кешеләргә тауыш биреү өсөн уңайлы. Шуға күрә иртә менән һайлау участкаларына кешеләр ағылды.

Ғәҙәттә, республикала милли кейемдә тауыш биреүселәр осрай. Ә бына Өфөнөң Киров районында урынлашҡан 142-се участкаға... динозаврҙар килгән. Улар был аҙымдары менән кешеләрҙә күңелле хистәр тыуҙырған, һәр кем йылмайып ҡараған. Ҙурыраҡ динозавр тауыш биреү кабинкаһына саҡ һыйған, шулай ҙа гражданлыҡ бурысын үтәп сыҡҡан.

Беҙ барығыҙҙы ла һайлауға барырға саҡырабыҙ. Нисек кейенһәгеҙ ҙә була, иң мөһиме – гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәгеҙ.

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
Өфөлә динозаврҙар тауыш биргән
Өфөлә динозаврҙар тауыш биргән
Автор:
Читайте нас: