Даирә
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Сентябрь , 11:12

VR-технологиялар ярҙамында - юл хәрәкәте ҡағиҙәләре

Виртуаль сәйәхәтте үткәреү мөмкинселеге һәр көн тура килмәй. Бөгөн беҙгә бәхет йылмайҙы.

Виртуаль сәйәхәтте үткәреү мөмкинселеге һәр көн тура килмәй. Бөгөн беҙгә бәхет йылмайҙы, ә бигерәк тә Прибельский ауылының 2-се «А» һәм 4-се класс уҡыусыларына. Сөнки улар репортажды төшөрөүҙә генә ҡатнашып ҡалманы, ә дәрес ваҡытында ҡала буйлап виртуаль сәйәхәттә лә булды. Балалар юл хәрәкәтенең мөһим ҡағиҙәләре менән танышты һәм ысын автоһәүәҫкәрҙәр ролендә үҙҙәрен һынап ҡараны.
«Altairika» компанияһы вәкилдәре, эшҡыуарҙар Тимур һәм Олеся Хисамовалар Ҡырмыҫҡалы дәүләт автоинспекцияһы менән бергә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен уҙғарҙы.
“Балалар өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре” фильмы «Altairika» компанияһының «Виртуаль энциклопедия» белгестәре дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә бер нисә йыл элек эшләнгән. Бөгөнгө көндә уны Рәсәйҙең 140 ҡалаһынан балалар ҡараған да инде. Уҡыуҙың был форматы бик файҙалы, сөнки виртуаль экскурсия ваҡытында уҡыусылар үҙҙәре ҡатнаша һәм өйрәнгән темаларына инә. Юҡҡа ғына Altairika тигән һүҙ фән менән илһамландырабыҙ тип яңғырамай бит.
«Виртуальная энциклопедия Altairika» - был яңы мәғариф проекты. Уның китапхана проектында инде 120-нән күберәк лицензиялы фәнни-танып белеү VR-фильмдары бар.
Беҙ балалар өсөн бик шатбыҙ һәм мәктәптәрҙә был проектты көтөп ҡалабыҙ.
Наталья Дударева,
райондың ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: