Даирә
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Сентябрь , 14:22

«Рәхмәт - 2024»

Һайлау участкаларында 6, 7, 8 сентябрҙә «Рәхмәт - 2024» акцияһы ойошторола. Был көндәрҙә һайлау участкаларына килеүселәргә махсус билет бирелә. Уның буйынса бүләк отоу мөмкинлеге бар.

Ниндәй бүләктәр уйнатыла?
Акцияның приз фонды иҫ киткес: ҡатнашыусылар 330-ҙан артыҡ ҡиммәтле приз: квадроциклдар, мотоцикл, һыу мотоциклы, велосипедтар, электр самокаттары, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы – телевизор, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм туҙан һурҙыртҡыс-роботтар ота аласаҡ.
QR-билет хатта ата-әсәһе менән килгән балаларға ла бирелә. Билеттағы 8 символдан торған уникаль кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк.
Бүләк фонды бай: квадроциклдар, мотоциклдар, велосипедтар, электр самокаттары, көнкүреш һәм офис техникаһы бар.
Бүләктәрҙе оттороу һайлау көндәрендә көнөнә ике тапҡыр үтә. Шулай итеп 6 сентябрҙә 14.00 һәм 20.00 сәғәттә, 7 сентябрҙә 14.00 һәм 20.00 сәғәттә, 8 сентябрҙә 14.00 сәғәтттә уйнатыласаҡ.
Йәкшәмбелә иһә «Приздар төнө» акцияһы тәүгә үткәрелә, унда 130-ҙан ашыу бүләк бар. 13 сентябрҙә иһә бөтә теркәлгән билет «Ҙур рәхмәт» суперприз отошонда ҡатнаша ала. Ул БСТ каналында тура эфирында үткәреләсәк. Бүләктәр араһында - машиналар, Сочиға, Башҡортостандың шифаханаларына юлламалар, өс фатир. Әйткәндәй, фатирҙарҙы проекттың төп партнеры Өфө ҡалаһының «Инвестиция-төҙөлөш комитеты» тапшыра.
Акцияла нисек ҡатнашырға?
Шуныһы мөһим: бер телефон номерынан биш QR-билет теркәп була (мәҫәлән, әсә телефон номерына үзенең билетын, тормош иптәшен һәм өс балаһын теркәй ала).
Бүләктәр уйнатыу ҡасан үткәреләсәк?
Көнөнә ике тапҡыр ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ: 6 сентябрҙә - 14: 00 сәғәттә һәм 20:00 сәғәттә, 7 сентябрҙә - 14:00 сәғәттә һәм 20:00 сәғәттә, 8 сентябрҙә - 14:00 сәғәттә. Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, беренсе тапҡыр “Приздар төнө” уҙасаҡ, унда бер юлы 130-ҙан артыҡ приз уйнатыласаҡ.
Еңдегеҙме йәки юҡмы икәнде ҡайҙан белергә?
Һәр уйнатыуҙың һөҙөмтәләре рахмат102.рф сайтында баҫтырыласаҡ. Шуны белеү мөһим: проект волонтерҙары еңеүселәр менән телефон аша элемтәгә инә. Шуға күрә: теркәлеү ваҡытында иғтибарлы булығыҙ - дөрөҫ телефонығыҙҙы күрһәтегеҙ!
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, волонтерҙар һеҙҙән паспорт мәғлүмәттәре, банк карталары номерҙары, смс кодтары һәм дәүләт хеҙмәттәренән пароль һорамай. Волонтерҙар һеҙ еңдегеҙ һәм приз өсөн ҡайҙа барырға икәнен генә әйтәсәк.
Иғтибар итегеҙ, QR-билеттарҙы приз алыу хоҡуғын югалтмаҫ өсөн 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк. “Рәхмәт-2024” акцияһында ҡатнашығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!

Автор:
Читайте нас: