Даирә
+21 °С
Болотло
Көнүҙәк
2 Август 2024, 10:37

Атыш шарлауығында дүрт кеше юғалған

Улар араһында ике бала ла бар...    

Атыш шарлауығында дүрт кеше юғалғанАтыш шарлауығында дүрт кеше юғалған
Атыш шарлауығында дүрт кеше юғалған

Кисә Белорет районындағы Атыш шарлауығында дүрт кеше, шул иҫәптән ике бала юғалған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары уларҙы эҙләргә сыҡҡан. Асыҡланыуынса, дүрт кешенән торған төркөмгә билдәле бер ваҡытта тағы ике кеше ҡушылырға тейеш булған. Тик улар урынға килгәс, төркөмдө тапмағандар.

“Үҙ аллы эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәгән, шуға улар ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡыртҡан”, – тип хәбәр итә ведомство.

Туристарҙың иҫән-һау табылыуҙарын теләйек!

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас