Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Июль , 09:19

Бында ла тәбиғәт болара...

Ҡаланы һыу баҫҡан, баҡсалар ҙур зыян күргән     

Бында ла тәбиғәт болара...
Бында ла тәбиғәт болара...

Көслө ямғырҙар был юлы Туймазы ҡалаһын да урап үтмәне. Һөҙөмтәлә тауыҡ кисмәле генә булған Туймазы йылғаһы ярҙарынан сығып, ҡаланы баҫҡан. Байтаҡ йорттар һыу аҫтында ҡалған, баҡсалар зыян күргән, картуф, йәшелсә түтәлдәрен йыуып алып киткән.

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыусылар шунда уҡ ваҡиға урынына юлланған. Улар хәлгә мониторинг үткәрә, йорттар буйлап йөрөй.

Был аҙнала ла республиканың район һәм ҡалаларында урыны менән көслө ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә.

Видео: телеграмдан

Автор:Карима Усманова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: