Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Июль , 09:14

Бер кәүҙәнең һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡанын күреп ҡалалар

Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендә Инйәр йылғаһынан 60 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарғандар, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Бер кәүҙәнең һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡанын күреп ҡалалар
Бер кәүҙәнең һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡанын күреп ҡалалар

“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир йөҙөү өсөн йыһазландырылмаған урында һыуға төшкән. Ярҙа ошо турала иҫкәрткән билдәләр ҙә булған. Батҡан ирҙең кәүҙәһе ял итеүселәр эргәһендә өҫкә ҡалҡып килеп сыҡҡан. Беренсе ярҙам күрһәтергә маташҡандар, әммә ҡотҡара алмағандар”, – тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Әлегә осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.

Эҫе көндәрҙә рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ. Балаларығыҙҙы ла һыуға батыу хәүефе тураһында иҫкәртеп тороғоҙ. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәр эсеп һыуға төшөү тыйыла.

Фото: ufa.rb

Автор:
Читайте нас: