Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Июль , 09:18

Биш йәшлек малай әсәһен ҡотҡарған

Улым: “Әсәй, һиңә нимә булды?” тип һораны, тик мин уға яуап бирә алманым. Ул коридорға сығып, “Ярҙам итегеҙ! Әсәйем ауыр хәлдә!” тип ҡысҡырҙы, әммә берәү ҙә фатирынан сыҡманы...     

Биш йәшлек малай әсәһен ҡотҡарған
Биш йәшлек малай әсәһен ҡотҡарған

Был хәл Созоновтар ғаиләһендә төнгә ҡарай була. Надежда аш-һыу бүлмәһендә ваҡ-төйәк эштәр менән булыша, ә уның биш йәшлек улы Саша телефонда уйнап ултыра. Ҡапыл әсә кеше һығыла башлай.

– Улым “Әсәй, һиңә нимә булды?” тип һораны, тик мин уға яуап бирә алманым. Ул коридорға сығып, “Ярҙам итегеҙ! Әсәйем ауыр хәлдә!” тип ҡысҡырҙы, әммә берәү ҙә фатирынан сыҡманы, – тип һөйләй Надежда.

Әсәһенең хәле насарланыуын күреп, малай телефондан тиҙ ярҙам номерын йыя. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул исемен, адресты, әсәһенең исемен һәм уның ауыр хәлдә булыуын аңлатып әйтә ала.

Ғәҙәттә, тиҙ ярҙам хеҙмәте балаларҙың шылтыратыуын ҡабул итмәй, бәхеткә күрә, был осраҡта малай хәлдең ысын булыуына ышандыра алған.

Саша әле балалар баҡсаһына йөрөй.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/public221898655

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: