Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Июль , 10:07

Ун мең һум бирәләр

Владимир Путин был ярҙам сараһын кемдәргә бирергә тәҡдим итте?

Ун мең һум бирәләр
Ун мең һум бирәләр

Рәсәй Президенты Владимир Путин Әсәлек капиталы аҡсаһының тороп ҡалған 10 мең һумын ғаиләләргә балаларын мәктәпкә әҙерләү өсөн бирергә тәҡдим итте.

Ул, Әсәлек капиталы средстволарының бер өлөшөн файҙаланыу проблемаһы билдәле һәм ил Хөкүмәте тарафынан тикшерелә, тип билдәләне.

“Бындай хәл билдәле. Кешеләр Әсәлек капиталының төп өлөшөн тотонғандан һуң аҙ ғына сумма ҡала һәм уның менән бер ни ҙә эшләргә ярамай. Халыҡҡа ҡалған аҡсаларын файҙаланырға рөхсәт итергә кәрәк”, - тип билдәләне Президент.

Ул әлегә 10 мең һумға тиклем сумманан башларға планлаштырыла, тип өҫтәне.

Бынан алда Дәүләт Думаһында Әсәлек капиталының бер өлөшөн ғаилә ихтыяжына ҡулаҡса менән түләү идеяһы барлыҡҡа килгәйне.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: