Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Июль , 09:15

Ауыл фермаһында - ҡурҡыныс хәл...

Ирҙәрҙең береһе вафат булған, өсәүһе - ауыр хәлдә.

Ауыл фермаһында - ҡурҡыныс хәл...
Ауыл фермаһында - ҡурҡыныс хәл...

Саҡмағош районының Тайнаш ауылында ҡурҡыныс хәл теркәлгән. Фажиғә урындағы фермала булған.

Дүрт ир малға һыу эсерә торған ҡоролманы йүнәткәндә билдәһеҙ газдан ағыуланған. Береһе вафат булған, өсәүһе - дауаханала ауыр хәлдә.

Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө эшләй, бәхетһеҙ осраҡ факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Хоҡуҡ һаҡлау органдары яуаплы кешеләрҙең хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы тураһында ҡануниәт талаптарын үтәү буйынса ғәмәлдәренә хоҡуҡи баһа бирәсәк.

Фото: "Башинформ".

 
Автор:
Читайте нас: