Уйҙарыбыҙ бер, эштәребеҙ ҙә шулай булһын!
Ошо көндәрҙә район башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы үтте.
Ҡоролтай ултырышында район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты Тимерғәле Ураҙғолов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева һәм делегация ағзалары ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡоролтай ултырышында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
- Беҙҙең район күп йылдар дауамында төрлө милләт һәм дин кешеләренең тыныс һәм килешеп йәшәү өлгөһө булып тора. 2021 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса беҙҙә 20 меңдән ашыу башҡорт милләтле халыҡ йәшәй. Милли йәмәғәтселек ойошмалары берҙәм һәм бер төптән булып, имен һәм тыныс йәшәү өсөн тырыша, милләт-ара татыулыҡ, рух күтәренкелеге, берҙәмлек һаҡланып килә.
Илебеҙ өсөн ҡатмарлы булған махсус хәрби операция шарттарында район халҡын яугирҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү теләге тағы ла берләштерҙе. Артабан да бер йүнәлештә, татыу ғаилә булып йәшәргә һәм эшләргә саҡырам, - тине.
- Милләт эше – еңел эш түгел. Был эште үҙенең йөрәге ҡушыуы буйынса телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ тип яныусылар алып бара. Төп маҡсат – халыҡтың берҙәм булыуы. Беҙ үҙебеҙҙе төп аҫаба халыҡ итеп тойоп йәшәргә тейешбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына һеҙҙең райондан да етди, үҙ проблемаларҙы күтәреп сығырҙай делегаттар һайланыр, тип ышанам, - тип һөйләне үҙ сығышында Илдус Фәнил улы.
Ул шулай уҡ райондаштарыбыҙҙы милли проекттарҙа, телде үҫтереү һәм һаҡлау буйынса гранттар конкурстарында ҡатнашырға өндәне.
Район башҡорттары ҡоролтайын байтаҡ йылдар Илмира Әнүәр ҡыҙы Ғәлиәхмәтова етәкләй. Был дәүер эсендә ҡоролтай тарафынан «Айыҡ ауыл» бәйгеһенә лайыҡлы әҙерләнеү, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу һәм балаларҙа милли рухты тәрбиәләү, мәҙәниәт йорттарында, балалар баҡсаларында халҡыбыҙ йолаларын күрһәтеү буйынса төрлө саралар үткәрелде. Яҙыусылар, шағирҙар, «Ағинәй»ҙәр менән осрашыуҙар, Халыҡ-ара туған тел көнөнә бағышланған саралар, башҡортса диктант яҙыу һәм башҡа бик күп эштәр башҡарылды. Ҡоролтай рәйесе Илмира Әнүәр ҡыҙы биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
- Тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендәге саралар, беҙҙе уратып алған башҡорт донъяһына ҡағылышлы ваҡиғалар барыһы ла ауылдарҙа йәшәүсе халҡым тип янған әүҙемселәр, «Ағинәй»ҙәр ойошмалары менән берлектә башҡарыла. Районыбыҙҙа ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Флүрә Самиҡова етәкселегендә ағинәйҙәр ойошмалары эшләп килә. Олокүл, Алайғыр, Бишауыл-Уңғар, Иҫке Бәпес, Үрге Төкөн ауылдарында башҡорт фольклор төркөмдәре һәр байрам сараһын йәмләп сығыштар яһай, уларҙың ҡул эштәре, милли биҙәүестәре күргәҙмәләрҙе биҙәй. Һәүәләй ауылынан боронғо башҡорт кейемдәре тегеү оҫтаһы Гүзәл Искәндәрова бар республикаға билдәле милли кейем белгесе, күп бәйгеләрҙең еңеүсеһе. Күңелдәрендә милли рухтары көслө булған, шәфҡәтле милләттәштәребеҙ Сулпан Хәлитова, Асҡар Ишберҙин, Илдус Мөхәмәтйәров, Радмир Исламов, Байрас Шаһиев, Радик Йөҙлөкбаевтарҙы барлап киткем килә. Улар төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, шәфҡәтлелек менән шөғөлләнә, - тип һөйләне Илмира Әнүәр ҡыҙы.
Тәҡдимдәр менән сығыш яһаусылар араһында Табын ырыуының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев, Иҫке Муса ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин да бар ине.
- Беҙҙең район башҡорттары табын ырыуына ҡарай. Ҡор башы булараҡ, ырыуҙар тарихын барлау, аралар шәжәрәһен төҙөү, ер-һыу атамаларын, ауылдар тарихын өйрәнеү эшен дауам итергә тәҡдим итәм. «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», йола байрамдарын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәм. Быйыл 29 июлдә Ауырғазы районына “Табынфест”ҡа барырға ниәтләйбеҙ, делегация составында йәштәр күберәк булһа яҡшы булыр ине тигән теләктәмен, - тине Фәрғәт Фәрит улы.
Азамат Муса улы үҙ телмәрендә, йәштәр ауылда ҡалмау сәбәпле, мәктәптә балалар һаны кәмей. Был мәсьәләне хәл итеү маҡсатында, элекке интернат бинаһын төҙөкләндереп, 50- 60 балаға иҫәпләнгән мәҙрәсә асырға ниәтләйбеҙ. Унда балаларға дин дәрестәре өйрәтеләсәк, ә төп белемде улар урындағы мәктәптә аласаҡ. Ҡарлыманбаш, Алайғыр ауылдарынан да балаларҙы Иҫке Бәпес мәктәбенә йөрөтөү өсөн яңы автобус бирелеүен көтәбеҙ, тип үҙ пландары менән уртаҡлашты.
Әүҙем йәмәғәтселәр шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтен тулы күләмдә уҡытыу, милли мәҙәниәтте һаҡлау, ауылдарҙа кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү, халыҡты спортҡа йәлеп итеү, эскелеккә ҡаршы көрәш кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Асыҡтан-асыҡ фекер алышыу, йәнле аралашыу булды. Ҡорҙа Бөтә донъя башҡорттарының VI ҡоролтайына делегаттар һәм район башҡорттар ҡоролтайы ағзалары һайланды. Сара резолюция ҡабул итеү менән тамамланды.
Фекер алышыу
майҙансыҡтары эшләне
Йәштәр секцияһында һүҙ йәштәрҙе әүҙемләштереү, район башҡорттары ҡоролтайы ҡаршыһында йәштәр ҡоролтайы булдырыу һәм социаль селтәрҙәрҙе башҡорт телендә алып барыу тураһында барҙы.
Йәштәр менән эшләү буйынса белгес Виктория Истратова йәштәр менән эшләү алымдары, уларҙы конкурстарҙа һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаштырырға кәрәклеге тураһында һөйләне.
Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Клара Ғәйфуллина тел һәм тарих һәр ваҡыт беренсе урында булырға тейеш, тарихын белмәгән кешенең киләсәге лә булмаҫ, тине. Ул шулай уҡ мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙа уҡыусыларҙы ылыҡтырырлыҡ алымдар ҡулланырға кәрәклеге тураһында ла билдәләп үтте.
Секцияла шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙе башҡорт телендә алып барыу мөһимлегенә баҫым яһалды. Был йәһәттән райондаштарыбыҙ Фирүзә Абдуллина, Рим Исхаҡов, Миңзилә Язғарова, Рима Сөләймәнова, Миләүшә Ғайфуллина, Әхәт Нурышевтарҙың үҙ сәхифәләрен башҡорт телендә алып барыуҙары маҡтауға лайыҡ.
Эшҡыуарлыҡ буйынса уҙғарылған секцияла районыбыҙ эшҡыуары Радмир Исламов эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, үҙ эшен асыуға килтергән юл хаҡында бәйән итте.
“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған ултырышты район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге начальнигы Рушания Хәмәтғәлимова йәнле әңгәмә формаһында алып барҙы. Бында һәр кем ошо тема буйынса фекер алышыу мөмкинлеге алды. Сығыш яһаусылар араһында күҙ йәштәре аша эскелек проблемаһын күтәреүселәр ҙә булды. Сарала ҡатнашыусы дин әһелдәре был юҫыҡта ярҙам ҡулы һуҙырға һүҙ бирҙеләр. Һөйләшеү һүҙҙә генә ҡалмаҫ, һөҙөмтәһе булыр, тип ышанабыҙ.
Тимерғәле УРАҘҒОЛОВ: - Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән бергә эшләнгән эштәрҙе байҡап, яңы пландар ҡорҙоҡ. Үҙем өсөн ҡоролтай эшен икенсе яҡтан астым.
Әхәт НУРЫШЕВ: - Матур осрашыу, аралашыу- һөйләшеү, маҡсаттар ҡуйыу сараһы булды. Был йәмле сарала миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мине, беҙҙең «Ҡырмыҫҡалы улдары һәм ҡыҙҙары» төркөмөн күп тапҡыр телгә алдылар. Беҙҙеке кеүек төркөмдәрҙең кәрәген билдәләнеләр, маҡсаттар ҡуйҙылар. Тимерғәле Ураҙғолов менән яҡындан таныштым. Киләсәк съезға делегаттар һайланылар. Улар араһында мин дә бар. Алла бирһә, сәләмәтлегем булһа, барам. Бына шулай йәмғиәт менән инвалидтар араһындағы күренмәй торған пәрҙәне яйлап юйырға тырышам.
Нимә әйткем килә? Бар инвалидтар ҙа шулай әүҙем булһындар ине. Йәмғиәт беҙгә генә кәрәкмәй бит, беҙ ҙә йәмғиәткә кәрәк. Хөрмәт итеп ошо сараға саҡырғаны өсөн Илмира Әнүәр ҡыҙына ҙур рәхмәт!
Илдус ҠАҺАРМАНОВ: - Ҡырмыҫҡалы районының башҡорттар ҡоролтайының эшен баһалау һәм башҡарма комитет ағзаларын һайлау ултырышында ҡатнашырға насип булды. Шулай уҡ ултырышта быйыл көҙ буласаҡ VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына райондан делегаттар билдәләнде.
Сара алдынан район активы менән эшҡыуарлыҡ, йәштәр сәйәсәте һәм айыҡ ауыл конкурсы хаҡында аралаштыҡ. Башҡорт теле лә ситтә ҡалманы. Ниндәй диалектта аралашһаҡ та, ниндәй ырыуҙан булыуға ҡарамаҫтан бөгөнгө көндә беҙгә берҙәм фронтта халыҡ мәнфәғәтенә эшләргә кәрәк. Уйҙарыбыҙ бер, эштәребеҙ ҙә шулай булһын!
Әхәт НУРЫШЕВ: - Матур осрашыу, аралашыу- һөйләшеү, маҡсаттар ҡуйыу сараһы булды. Был йәмле сарала миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мине, беҙҙең «Ҡырмыҫҡалы улдары һәм ҡыҙҙары» төркөмөн күп тапҡыр телгә алдылар. Беҙҙеке кеүек төркөмдәрҙең кәрәген билдәләнеләр, маҡсаттар ҡуйҙылар. Тимерғәле Ураҙғолов менән яҡындан таныштым. Киләсәк съезға делегаттар һайланылар. Улар араһында мин дә бар. Алла бирһә, сәләмәтлегем булһа, барам. Бына шулай йәмғиәт менән инвалидтар араһындағы күренмәй торған пәрҙәне яйлап юйырға тырышам.
Нимә әйткем килә? Бар инвалидтар ҙа шулай әүҙем булһындар ине. Йәмғиәт беҙгә генә кәрәкмәй бит, беҙ ҙә йәмғиәткә кәрәк. Хөрмәт итеп ошо сараға саҡырғаны өсөн Илмира Әнүәр ҡыҙына ҙур рәхмәт!
Гөлсәсәк АЛАСОВА,
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.