Эшләргә теләк кенә булһын
Район Мәҙәниәт һарайының бәләкәй залы был көндө шығырым тулы ине. Бында эш эҙләүселәр йыйылғайны.
Эйе, эш урындары вакансиялары йәрминкәһенә бик күп кеше килгән. Иң тәүҙә уларҙың барыһы өсөн дә бәләкәй генә йыйылыш үткәрелде. Унда белгестәр төрлө мәғлүмәттәр менән бүлеште, үҙҙәренең кәңәштәрен бирҙе.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсил Исламов төрлө ярҙам ысулдары тураһында һөйләне. Шулай уҡ үҙ эшеңде асыу йәки үҙмәшғүллек менән шөғөлләнергә кәрәк тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны бында.
Әйткәндәй, халыҡ был кәңәштәрҙе хуплап ҡаршы ала һәм үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Эш эҙләү буйынса бөгөнгө көндә 217 кеше теркәлгән. Әлеге ваҡытта районда күп кенә һөнәр эйәләре өсөн буш вакансиялар бар. Мәҫәлән, бөгөндән үк табиптар һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре, водителдәр, уҡытыусылар һәм башҡа төрлө эш башҡарыусылар талап ителә. Унлаған эш биреүсе вәкилдәре ошо һәм башҡа төрлө хеҙмәт урындары тәҡдим итте.
- Мин үҙемә оҡшаған, аҡсалы ла, күңелгә лә ятҡан эш булмаҫмы икән тип белешергә килдем. Өфөнән дә эш тәҡдим итәләр бында, шуныһы яҡшы. Бәлки, мәшғүллек үҙәге аша бөгөнгө көндә талап ителгән берәй һәйбәт кенә һөнәргә уҡып алырмын тип тә уйлайым, - ти Ҡустығол ауылында тыуып үҫкән һәм әле Өфө ҡалаһында йәшәүсе 26 йәшлек Олеся Ғибәҙуллина.
Алайғыр ауылынан Фәнис Ғилманов ошоға тиклем аэропортта эшләгән. Ҡыҙғанысҡа, һаулығы яғынан проблемалар килеп тыуа һәм уға эшкә яраҡлы 3-сө төркөм инвалидлыҡ бирелә.
- Үҙемдең сәләмәтлеккә ярашлы эш эҙләйем. Һөнәрем буйынса иретеп йәбештереүсемен, - ти ул.
Вакансиялар йәрминкәһенә килеүселәрҙең барыһы ла үҙҙәре теләгән һөнәр буйынса эш тапҡандыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Иң мөһиме эшләргә теләк кенә булһын, башҡа яғы көйләнә ул.
Розалия БИКТИМЕРОВА.
Автор фотолары.