Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Апрель , 19:28

Беренсе сабыйҙарын ныҡ көткән булалар...

Бәпестәрен ҡулға ла алып өлгөрмәгән ата-әсә дауахананы судҡа бирмәксе.

Беренсе сабыйҙарын ныҡ көткән булалар...
Беренсе сабыйҙарын ныҡ көткән булалар...

Стәрлетамаҡта йәшәгән ғаилә Республика балалар дауаханаһын яңы тыуған сабыйҙарының үлемендә ғәйепләй. Был турала Ufanovosti.ru. порталы хәбәр итә.

Мәғлүмәттәр буйынса, бәпес етлекмәй тыуа. Был саҡта ҡатындың йөклөлөк ваҡыты ни бары 25 аҙна, яралғының ауырлығы 490 грамм ғына була. Ҡатындың һыуҙары китә һәм Республика перинаталь үҙәге табиптары уға операция яһап, баланы тыуҙыра.

Тәүҙә уны яңы тыуған сабыйҙар патологияһы бүлексәһендә ҡарайҙар, ә сабый әҙерәк ауырлыҡ йыйғас, Республика балалар дауаханаһына күсерәләр. Бында сабыйға етди операция яһарға тейеш булалар. Етлекмәй тыуған бәпестең күҙ ҡабыҡтары йәбешкән була, һәм ул күҙҙәрен аса алмай, шуға был етешһеҙлекте операция ярҙамында бөтөрөргә булалар. Әммә бала операцияны күтәрә алмай вафат була.

– Уға тулыһынса тикшереү үткәрмәйҙәр һәм шунда уҡ операция бүлмәһенә алып китәләр. Ҡыҙыҡайға маскалы наркоз бирәләр, ул операция башланғансы вафат була. Ул күк таптар менән ҡаплана һәм эсе күбә”, – ти ғаиләнең адвокаты Дмитрий Черкасов.

Юрист әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ата-әсәнең ҡулында баланың үлеме тураһындағы белешмәнән башҡа бер документ та юҡ. Судмедэкспертиза ҡарарын әле уларға бирмәгәндәр. Сабыйҙың атаһы менән әсәһе фекеренсә, уға анестезия тура килмәй һәм үлемгә килтерә.

– Ни өсөндөр һаман судмедэкспертиза документтарын бирмәгәндәр, был сәйер. Шулай уҡ ҡыҙыҡайҙы унда шунда уҡ алып китмәйҙәр, имеш, ул тере тип өмөтләнәләр. Беҙҙеңсә, уны шунда уҡ ярыуға алып бармауҙың сәбәбе: нимәнелер йәшерергә теләгәндәр. Баланың әсәһе шулай ти, – тигән юрист.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бала операция өҫтәлендә үлмәгән. Ул анестезиология һәм яңы тыуған балалар реанимацияһы бүлексәһендә вафат булған.

Әлеге ваҡытта сабыйҙарын ҡулында тотоп та өлгөрмәгән ата-әсә Республика балалар дауаханаһына ҡаршы енәйәт эшен астырмаҡсылар. Шулай уҡ әхлаҡи компенсация алыр өсөн судҡа дәғүә әҙерләйҙәр.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: