Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Март , 11:28

Ил етәксеһен һайланыҡ

Уҙған ялдарҙа бар ил өсөн мөһим сәйәси ваҡиға – ил президентын һайлау үтте. Ул өс көн – 15, 16 һәм 17 мартта дауам итте. Халыҡ үҙе теләгән ваҡытта һайлау участкаларына килеп, ышаныс белдергән кандидат өсөн тауыш биреү мөмкинлегенә эйә булды.15 мартта иртәнге сәғәт 8-ҙә республикалағы барлыҡ һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты. Беҙҙең районда иһә гражданлыҡ бурысын үтәп, тауыш бирергә теләүселәр өсөн 49 һайлау участкаһы эшләне. Инвалидтар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булғандарға комиссия ағзалары өйҙәренә барҙы.

Ил етәксеһен һайланыҡ
Ил етәксеһен һайланыҡ

Һайлау участкаларының һәр береһендә тиерлек төрлө саралар ойошторолдо. Район халҡы һайлау участкаһына килеп, ил яҙмышын хәл иткән тауыш биреүҙән тыш, йәрминкәләрҙә, спорт сараларында ҡатнашып, концерт, күргәҙмә ҡарап, күңел асып ҡайтты. Журналистар, блогер-күҙәтеүселәр халыҡҡа һайлау барышы тураһында интернет киңлектәрендә таныштырып барҙы. Ирекмәндәр һайлаусыларға “РАХМАТ-2024” акцияһында ҡатнашыу өсөн билеттар тапшырҙы.
Ҡарлымандар әүҙемлек күрһәтте
Беҙҙең блогер-күҙәтеүсе эшләгән Ҡарлыман ауылының 2290-сы һайлау участкаһында 486 һайлаусы теркәлгән. Был участкаға Ҡарлыман һәм Кәсеүән ауылдары инә. Комиссияны икенсе йыл инде Азат Туймаҡаев етәкләй.
Комиссия эшен алып барыусылар - секретарь Земфира Ғәҙелшина, ағзалар Фәниә Сәлимгәрәева, Әминә Ҡолғонина, Зөлфиә Шәмсетдинова, Ләлә Хөсәйенова, Раушания Өмөтбаева берҙәм команда булып эшләйҙәр.
- Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Барыбыҙ ҙа үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Етәксебеҙҙән дә уңдыҡ, Илгиз Азат улы менән эшләүе еңел, - ти комиссия ағзалары.
Был участкала барлығы һайлаусы теркәлгән. Уларҙың иң әүҙемдәре, әлбиттә, өлкән быуын кешеләре булды. Мәҫәлән, Зифа Ишемғолова иң беренселәрҙән булып үҙ тауышын бирһә, ғүмер буйына урындағы колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан 89 йәшлек Имаметдин Исхаҡов та илебеҙ киләсәгенә битараф ҡалмайынса, үҙе килеп тауыш биреүҙе һайланы.
Шулай уҡ тауыш бирергә килеүселәр араһында яугир әсәһе Гөләмдәр Юлмөхәмәтова ла бар ине. Юлмөхәмәтовтарҙың оло улдары махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Егет мәктәптән һуң армияға алына, хеҙмәтен Чечен Республикаһында үтә. Унан һуң хәрби комиссариат менән контракт төҙөп, 201-се мотоуҡсылар полкы составында Тажиҡстан һәм Афғанстан сигендә хеҙмәт итә.
Махсус хәрби операция башланғас, ул 2022 йылдың июнь айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хәрби операция биләмәһенә юллана. М.Шайморатов батальонында хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа, алыштар ваҡытында ҡаты яралана. Яугир реабилитация үтеп, бөгөнгө көндә резервта тора.
- Мөһим ваҡиғанан ситтә тороп ҡала алманым. Үҙ ҡарашымды белдереп, ышаныслы кандидат өсөн тауышымды бирҙем, - ти Гөләмдәр Шәрәф ҡыҙы.
Күргәҙмә эшләне
Сахай ауылының 2308-се һайлау участкаһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәйез Хәсәновтың картиналар күргәҙмәһе эшләне. Уны рәссамдың улы Фәнис Хәсәнов мәҙәни ойоштороусылар Гөлнара Йөҙлөкбаева һәм Илмира Сәлимйәновалар менән ойошторҙо.
- РФ Президентын һайлау көндәрендә һайлаусылар өсөн байрам кәйефе тыуҙырырға уйланыҡ. Ауыл халҡы рәссамыбыҙ Фәйез Ғәббәс улының эштәренә һоҡландылар, картиналар янында фотоға ла төштөләр, - тип һөйләне Гөлнара Рәсих ҡыҙы.
Фәйез Хәсәнов Сахай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлай. Оҙаҡ йылдар Сахай ауыл мәҙәниәт клубын етәкләй. “Йола” татар фольклор ансамблен ойоштора, күп тапҡыр республика конкурстары һәм фестивалдәре еңеүсеһе була.
Шулай уҡ фойела Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң ағасты һырлап эшләү буйынса дәрестәр алып барыусы Нәзирә Ғәләүетдинованың уҡыусыларының эштәре һәм ауылдың яҙыусыҙы, РФ һәм БР журналистар берлеге ағзаһы Таһир Вилдановтың китаптары урынлашҡан ине.

Автор:
Читайте нас: