2011 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Айзилә документтарын Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы инглиз факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә тапшыра. Уҡырға барып йөрөргә уңайлы булһын өсөн беҙҙең районды һайлап, Иҫке Бәпес мәктәбенә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Коллективта алсаҡ, тырыш йәш уҡытыусыны яратып ҡабул итәләр.
- Беренсе эш көндәремде башлаған Иҫке Бәпес мәктәбе коллективына бик рәхмәтлемен. Унда өс йыл эшләү дәүерендә татыу һәм берҙәм эшләнек. Әле лә элекке хеҙмәттәштәрем менән ихлас аралашабыҙ, - ти ул был көндәрҙе хәтерләп.
Нәҡ шул осорҙа Ҡарлыман ауылынан волейбол уйнарға килеп йөрөгән Илнур менән танышалар ҙа инде. Бер-береһен ныҡлап белгәндән һуң йәштәр хистәрен законлы никах ептәре менән бәйләй.
Хөсәйеновтар йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, башҡорт ғаиләһендә үҙ ата-бабаларын, шәжәрәләрен һәм, әлбиттә, туған телдәрен белергә тейештәр, тигән фекерҙә. Балаларына тыуған илгә, телгә һөйөү, өлкәндәргә хөрмәт тәрбиәләйҙәр. Ғаиләлә ике бала үҫеп килә: Моратҡа – 5 йәш, Шамилға – 10 ай. Илнур Зөлфәр улы Прибельский мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Ул уҡыусыларында спортҡа һөйөү тәрбиәләү өсөн күп көс һала. Улар төрлө ярыштарға әүҙем йөрөй. Айзилә декрет ялына сыҡҡанға тиклем, 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә инглиз теленән уҡытҡан. Йәштәр сабыйҙарының телдәре нәҡ туған телдә асылыуға ҙур иғтибар бирә.
- Элек балалар русса һөйләшһә, өлкәндәр ҡайҙан русса белә икән был бала тип аптырайҙар ине. Ә хәҙер беҙҙең улыбыҙ Мораттың башҡортса һөйләшкәненә күптәр ҡыҙығып һәм һоҡланып ҡарай.
Улыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, русса ҡатыштырып һөйләй башлағайны, атаһы ла, мин дә беҙҙең өйҙә тик башҡортса һөйләшәләр тип өйрәттек. Һис шикһеҙ мәктәптә лә башҡорт телен өйрнеүҙәрен теләйем, ти Айзилә Сәғит ҡыҙы.
Күптән түгел Морат менән “Урал батыр” эпосының 50 юлын яттан һөйләргә өйрәнеп, бәйгелә ҡатнашҡандар.
– Был йәһәттән беҙгә өләсәйебеҙ Әлфинә Рауил ҡыҙы һәм олатайыбыҙ Зөлфәр Рифҡәт улы ярҙамлаша. Балаларҙы башҡорт рухында тәрбәләүҙә беҙ уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ һәм сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар ейәндәрен тыуғас та, һамаҡтар һамаҡлап, йырҙар йырлап, әйтем-мәҡәлдәр әйтеп үҫтерешә.
Әйткәндәй, ике яҡтан да атай-әсәйҙәребеҙ беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышып тора. Күмәк көс менән тиҙҙән хыялыбыҙҙағы йортто туйларға йыйынабыҙ, - тип уртаҡлаша йәш ғаилә.
Хөсәйеновтар ғаиләһенең матур тәрбиә биреүҙән тыш, балаларын башҡорт мөхитендә үҫтереп, телгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй алыуҙары беҙҙе һоҡландыра! Киләсәктә лә уңыштар, ныҡлы рух, иман һәм сәләмәтлек кенә теләге килә был өлгөлө ғаиләгә.
Гөлсәсәк Аласова.