Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
28 Февраль 2024, 05:33

Рухы уның сикләнмәгән

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Урал Солтанморатов менән район мәҙәниәт һарайында эшләгән саҡтан танышмын. Ул йыш ҡына бында әсәһе янына эшкә килә торғайны.

Рухы уның сикләнмәгәнРухы уның сикләнмәгән
Рухы уның сикләнмәгән

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы

 Рухы уның сикләнмәгән

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Урал Солтанморатов менән район мәҙәниәт һарайында эшләгән саҡтан танышмын. Ул йыш ҡына бында әсәһе янына эшкә килә торғайны.

Уралдың шул тиклем матур итеп башҡортса иркен һөйләшеүенә, алсаҡлығына, фекерләү ҡеүәһенә һәр саҡ ҡыуанып ҡарайһың. Әле лә урамда осраһа: “Һаумы, апай!”, - тип әллә ҡайҙан уҡ сәләмләй һәм оло кешеләр кеүек хәл-әхүәлдәрҙе белешә.

- Көн дә иртән һәм төштән һуң тышта саф һауала йөрөйөм, - ти йәй көндәре велосипедта, ә ҡышын йәйәүләп йөрөргә яратыусы Урал.

Эйе, сәләмәтлегенә бәйле уның мөмкинлектәре бер аҙ сикләнһә лә, рухлы, һәләтле һәм тырыш егет ул. Район мәҙәниәт йортонда үткән төрлө сараларҙа ла ҡатнашырға өлгөрә, ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең әүҙем ағзаһы ла. Күптән түгел, хатта, С.Т.Аксаковтың “Ал сәскә” инклюзив музыка спектаклендә төп ролдәрҙең береһен башҡарҙы. Шулай уҡ Урал башҡорт халҡының милли музыкаль уйын ҡоралы ҡурайға битараф түгел.

- Күптән ҡурайҙа уйнарға өйрәнгем килә ине. Быны белеп ҡалған уҡытыусы Имза ағай миңә ҡурай бүләк итте. Әле үҙем яйлап уйнарға өйрәнә башланым, - тип ҡыуанып бүлешә ул үҙенең тәьҫораттары менән.

Мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе әсәләргә килгәндә инде, улар үҙҙәре күптәргә өлгө булып тора. Был сабыр йәндәр иңдәренә төшкән йөктө ауырһынмай, рух ныҡлығы менән тыныс ҡына күтәрә беләләр һәм яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә, һәр саҡ алға табан баралар. Уралдың әсәһе Флүрә Низамова ла шундайҙар рәтендә. Уның тормошҡа, кешелеккә зарланыуын, кәйефһеҙ саҡтарын бер ҡасан да күрмәҫһең.

Яңы тыуған балаһын тәү тапҡыр ҡулына алған һәм йән әрнеткес диагнозды ишеткән әсәнең ниҙәр кисергәнен, ниндәй тетрәнеүҙәр аша үткәнен тик үҙе генә белә...

Тормош иптәше мәрхүм булғас, икеләтә ауырға төшә Флүрә Ғәлинур ҡыҙына. Шулай ҙа ул төшөнкөлөккә бирелмәй, артабан да тормош йөгөн яңғыҙ тарта башлай, улының сәләмәтлеген нығытыр өсөн бар көсөн, тырышлығын һала. Әммә, көтмәгәндә, яҙмыш уға тағы ла бер һынау ебәрә: бер туған һеңлеһе ҡаты сирҙән яҡты донъяларҙан китеп бара. Яңғыҙмын тип тә тормай, күп тә уйламай, һеңлеһенең улын үҙенә тәрбиәгә алырға ҡарар итә.

- Оло улым Тимур – ныҡлы терәгем булып тора. Ул үҙе эшләп йөрөһә лә, бар яҡлап ярҙам итә, туғандарына өлгө булып тора, - ти әсә.

Шулай итеп Урал әлеге көндә ағаһы һәм ике туған ҡустыһы менән татыу, ишле ғаиләлә тәрбиәләнә, өй шарттарында белем ала. Уның үҙ көсөнә ышанып, үҙен сәләмәт рухлы тойоп йәшәүендә дөрөҫ йүнәлеш биреүсе туғандарының өлөшө ҙур.

Яңғыҙ әсәгә балаларын аяҡҡа баҫтырыр, улының сәләмәтлеген хәстәрләү өсөн тағы ла күп юлдар үтәһе бар. Уның өсөн күпме көс, сабырлыҡ талап ителә. Уралды һәм уның ғаиләһен Хоҙай ярҙамынан ташламаҫ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.    

 

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас