«Улар беренсе урында булырға тейеш һәм уларға тейешле иғтибар күрһәтеүҙе һорайым, сөнки уларҙың ирҙәре, балалары махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 февралдә Өфөлә рәсми, мәҙәни һәм спорт саралары ойошторола, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Башҡортостандың баш ҡалаһында байрам көнөндә иң мөһим сараларҙың береһе — Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа һәм Совет майҙанындағы генерал Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу. Сарала хәрби хәрәкәттәр ветерандары, власть органдары етәкселәре, юғары уҡыу йорттары курсанттары, кадет кластары тәрбиәләнеүселәре, ветеран ойошмалары ҡатнаша.