Минең тиҫтерҙәр, беҙҙән олораҡ быуындар үҫкән, уҡыған ваҡытта үрҙә әйтелгән проблемалар булмағандыр, моғайын. Һәр хәлдә, асыҡтан-асыҡ ул турала яҙмайҙар ҙа, әйтмәйҙәр ҙә ине. Беҙ бөтә фәндәрҙе туған башҡорт, ә татар, рус һәм сыуаш мәктәптәре үҙ телдәрендә уҡыныҡ. Тик бының сетерекле яғы ла бар ине - урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына имтихандарҙы рус телендә тапшырырға, ниндәйҙер илаһи ярҙам менән инеп киткәс, ярты йыл самаһы фәндәрҙе яңы телдә аңларға, аңлата белергә кәрәк булды.
Мин дә Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбенә уҡырға килгәс, ошондай ауырлыҡты үттем. Тәүҙә саҡ русса һөйләшергә өйрәндем, шунан математика, физика, химия фәндәрендәге терминдарҙы яңынан белдем. Таҡтаға сығып русса аңлатыу шул тиклем ауыр ине. Аллаға шөкөр, тырышлыҡ, класташтарымдың ярҙамы менән эштәр яйға һалынды. Ә инде юғары уҡыу йортона инеү һәм уҡыу еңел бирелде. Мәктәптә башҡорт телендә белем алыу проблема тыуҙыра, тип уйлап ҡуймағыҙ. Киреһенсә, мин бөгөнгө көн юғарылығынан ҡарап, бөтә фәндәрҙе туған телемдә уҡығаныма, өйрәнгәнемә шатланам. Ниндәй тәрән фекерҙәр, ниндәй ғорур киңлектәр асҡан һәм бала күңеленә һалған бит туған телем! Мин бөгөн туған телемдә уйлайым, яҙам, уҡыйым, төрки телдәрҙе, хатта аяттарҙағы һүҙҙәрҙе аңлайым.
Рус теле дәрестәре лә тәрән өйрәтелде. Бөгөн бөйөк Пушкин телендә яҙғанда, тик һигеҙ йыллыҡ мәктәп кимәлендә алған белем ҡағиҙәләрен, дөрөҫ яҙыуҙарҙы ҡулланам кеүек. Сөнки, урта мәктәптә тик әҙәбиәт кенә бирелә. Көнкүреш кимәлендә белеү өсөн, беҙгә, башҡорт балаларына рус телле балалар менән аралашыу ғына етмәй ине.
Әлеге ваҡытта мәғлүмәт, яңы технологиялар үҙенекен итә: йәш быуын тик рус телендә генә алға барып, яңы үрҙәр яулап була, тип уйлай. Туған телдең дә яңырыу заманында мөһим бер этәргес булыу мөмкинлеген аңлап еткермәй. Быларға өҫтәп, башҡорт ауылдарының кәмеүе һәм ҡартайыуы, мәктәптәр ябылыуы, йәш ғаиләләрҙең яҡшыраҡ тормош эҙләп ҙурыраҡ ауылдарға, район үҙәктәренә, ҡалаларға, Себер яҡтарына күсеүе быға сәбәп булып тора. Иң ҡыҙғанысы, рус телендә йәнһүрәттәр ҡараған сабыйҙарҙың телдәре әсә телендә асылмай.
Башҡорт телен үҙ йөмһүриәтебеҙҙә дәүләт теле итеп иғлан итеү генә лә етмәй. Әгәр, республика етәкселеге, урындағы хакимиәттәр тарафынан эш ҡағыҙҙары башҡорт телендә лә сығарылһа, башҡорт телле белгестәр үҫтерелһә, башҡортса диктанттар исем өсөн генә түгел, ә бөтә власта ултырғандарға мотлаҡ һәм ай һайын үткәрелһә, эшкә ике телде белгәндәр өҫтөнлөклө рәүештә ҡабул ителһә, башҡорт телендәге баҫмаларға яҙылыу ойошторолһа һәм башҡа бик күп алда ярылып ятҡан мәсьәләләр иң мөһиме тип ҡабул ителһә, һис шикһеҙ, боҙ урынан ҡуҙғалыр ине.
Тел мәсьәләһе бик нескә әйбер. Бер тел, тип бүтәндәрен ҡыҫымға алырға һис ярамай. Тик халыҡ, власть, йәмәғәт ойошмалары бергә эшләргә кәрәктер. Был мәҡәләмдә, бәлки, бәхәсле урындар ҙа барҙыр. Әгәр кемдер үҙенең уйҙарын яҙһа, артабан эш алып барырға мөмкинселектәр тыуыр ине.
Фәрғәт Ҡотлобаев, РФ һәм БР журналистар берлеге ағзаһы.
Ҡарлыман ауылы.