- Бөгөн “ИнформУИК” проекты тураһында бик күп һөйләнелә. Һайлауҙарға әҙерләнеү һәм проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса ниндәй саралар күрелә?
- Бөгөн иң мөһиме – мәғлүмәт кампанияһы. “ИнформУИК” проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса участка һайлау комиссиялары хезмәткәрҙәренә ҙур эш йөкләнә. Һәр һайлау участкаһы буйынса беҙ федераль һайлау кампанияһы ваҡытында граждандарға адреслы мәғлүмәт биреүсе кешеләрҙе билдәләнек. Шулай уҡ һайлау участкаларының әҙерлек паспорттарын актуалләштерәбеҙ, тауыш биреү өсөн биналарҙы тикшерәбеҙ. Һайлау участкаларында янғын хәүефһеҙлеген һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса саралар ғәмәлгә ашырыла.
- Хәҙерге ваҡытта һайлауҙарға әҙерләнеү һәм проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса ниндәй саралар бара?
- “ИнформУИК” проекты һайлаусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында хәбәр итеү маҡсатында фатирҙар һәм йорттар буйынса йөрөп сығыуҙан ғибәрәт. Участка һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусыларҙы мәғлүмәтләштереү проектын ғәмәлгә ашырыу ике этапта үтте - дистанцион уҡытыуҙа тест үттеләр һәм уҡыу тураһында сертификат алдылар һәм территориаль һайлау комиссияһы үткәргән күсмә төбәк семинарҙа ҡатнаштылар.
- “ИнформУИК” проектын тормошҡа ашырыу ваҡыты күпме?
- Бөтә ил буйынса адреслы мәғлүмәт биреү федераль проекты 2024 йылдың 17 февраленән 7 мартына тиклем старт ала. Был көндәрҙә райондың участка һайлау комиссиялары ағзалары барлыҡ ауылдар буйлап йөрөп сығасаҡ. Улар теркәлгән һайлаусылар исемлеген асыҡлаясаҡ, ниндәй ысулдар менән тауыш бирергә кәрәклеге тураһында һөйләйәсәк, өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза ҡабул итәсәк, тавыш биреү көнөн һәм ваҡытын иҫтәренә төшөрәсәк һәм һорауҙарға яуап бирәсәк. Халыҡҡа һайлауҙар тураһында тулы мәғлүмәт биреләсәк.
Комиссия ағзалары үҙ эштәрендә анкета тултырыу өсөн махсус программа ҡулланасаҡ.
- Һиңә ысынлап та участка һайлау комиссияһы ағзаһы килгәнен нисек белергә?
- Уны атрибутиканың айырым элементлтары буйынчса танырға мөмкин – улар брендлы жилет һәм һайлау кампанияһы логотибы менән аҡ сумка, фамилиялы бейджик тағасаҡ. Шикләнгәндә, шәхесен раҫлаусы паспортын һорарға, шулай уҡ мәғлүмәттең дөрөслөгөн 2-29-81 телефоны аша территориаль комиссияға шылтыратып тикшерергә мөмкин. Беҙҙә барлыҡ хеҙмәткәрҙәр исемлеге бар, беҙ был мәғлүмәтте раҫлай алабыҙ. Хөрмәтле ҡырмыҫҡалылар! Һайлау участкаһының участка комиссияһы ағзаларының эшенә аңлап ҡарауығыҙҙы һорайбыҙ.
- Әгәр һайлаусы һайлау ваҡытында Ҡырмыҫҡалы районында булмаһа, уға нимә эшләргә?
- Һайлау көндәрендә йәшәү урынынан ситтә, мәҫәлән, ялда, командировкала, вахтала булған гражданндар өсөн “мобиль һайлаусы” технологияһы ҡулланыласаҡ. Ул даими теркәлеү урыны буйынса ғына түгел, ә Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе һәр гражданға уңайлы һайлау учаскаһында тауыш бирергә мөмкинлек бирә. “Мобиль һайлаусы” технологияһын ҡулланыу өсөн өс юл бар. Беренсеһе – Күп функциялы үҙәк офисына (Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Күп функциялы үҙәк бүлексәһе, Хоҙайбирҙин урамы, 10) килергә. Икенсе ысул - дәүләт хеҙмәттәре порталында өйҙән йәки офистан сыҡмайынса теркәлеү. Быны ағымдағы йылдың 11 мартына тиклем эшләргә мөмкин. Һәр осраҡта ла үҙең өсөн тауыш биреү өсөн уңайлы участка һайларға кәрәк. Өсөнсөһө - территориаль һайлау комиссияһына (Ҡырмыҫҡалы ауылы, Баҡса урамы, 23) килергә. Участка һайлау комиссияларында ғаризалар 6 марттан ҡабул ителә башлаясаҡ.
Ғариза һайлау кампанияһы дауамында бер тапҡыр ғына бирелә. Бер нисә ғариза биргәндә беренсеһе генә иҫәпкә алынасаҡ. Бының өсөн паспорт ҡына кәрәк буласаҡ.
Район һайлаусылары был хеҙмәттән файҙаланыр һәм 2024 йылдың 11 мартына тиклем уңайлы урындарҙа, йәғни 15,16,17 мартта үткәреләсәк тауыш биреү өсөн ғариза бирер тип уйлайым.
Әлфиә ӘХМӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.