Берҙәм ҡарар ҡабул ителде
Бүләкәй ауылында “Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы”нда ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте.
Сарала Подлуб ауыл советы хакимиәте башлығы Наил Ҡадиров һәм имам-хатиб Рәмил Ишмаҡов ҡатнашты.
Ауыл халҡына тағы бер тапҡыр был проекттың мөһимлеге хаҡында һөйләп үттеләр.
Йыйылышта ҡатнашыусылар Бүләкәй ауылының тиҙ арала хәл ителәһе проблемаларын һанап үттеләр. Улар ауыл урамдарын яҡтыртыу, балалар майҙансығы булдырыу һәм юлдарға ремонт талап ителеүе мәсьәләләре хаҡында белдерҙеләр. Программаға ярашлы республика бюджетынан ауылдағы проблеманы хәл итер өсөн субсидия (ауылға 1,2 млн. һумға тиклем) ҡаралған. Был аҡсаны алыу өсөн проекттың конкурсында еңеп сығырға кәрәк.
Бүләкәй ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы – 2024” проектында ҡатнашырға ҡарар ҡабул итте. Улар “Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Бүләкәй ауылының урамды яҡтыртыу селтәрен ремонтлау, уның өсөн ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыу” проекты өсөн берҙәм тауыш бирҙе.
Эш барышын инициатив төркөм контролдә тотасаҡ. Уның составына Әлмира Сабирова, Зөлфиә Исламетдинова, Сәүиә Бикмәтова, Лилә Левадная инде.
Светлана УРАЗБАХТИНА.