Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
21 Декабрь 2023, 09:10

Милләт-ара һәм конфессия-ара низағтарҙы булдырмау мөһим

Район хакимиәтендә дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса комиссия ултырышы үтте. Уны комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева алып барҙы.

Милләт-ара һәм конфессия-ара низағтарҙы булдырмау мөһимМилләт-ара һәм конфессия-ара низағтарҙы булдырмау мөһим
Милләт-ара һәм конфессия-ара низағтарҙы булдырмау мөһим

Көн тәртибендә 2023 йылдағы эштәргә йомғаҡтар һәм 2024 йылға пландар билдәләнде. Мәғлүм булыуынса, ғинуарҙа христиандар дини байрамдарын билдәләй һәм һыуға сумыу йолаһы башҡарыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү маҡсатында махсус мәке – иордандар уйыу, мәкеләр янында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар дежурын ойоштороу тураһында Прибельский ауылынан Отец Андрей (Кулемза) сығыш яһаны.

Ул шулай уҡ мәктәптәрҙә үткәрелгән йыйылыштарҙа дин әһелдәренең сығыш яһау графигын төҙөргә тәҡдим итте. 4-се һәм 5-се кластарҙа дин нигеҙҙәре һәм ҡағиҙәләре дәресе индерелергә тейеш. Быны ата-әсәләр үҙ ғаиләһендәге йолаларға таянып, һайларға тейеш, дини һәм әхлаҡи тәрбиә кешенең барлыҡҡа килеүендә төп критерий булып тора, - тине ул.

Татарҙарҙың урындағы конгресы бүлексәһе етәксеһе Зөлфиә Әхмәрова ойошманың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Татар йыры конкурсында ҡатнашыу өсөн йырлаған, гармунда уйнаған һәләтле кешеләр булһа, беҙгә мөрәжәғәт итһендә тигән фекерен белдерҙе.
Сахай ауыл биләмәһе башлығы Ришат Хөснетдинов үҙенең биләмәһендә мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге, уларҙа төҙәтеү эштәре тураһында таныштырҙы.

Бик кәрәкле һәм халыҡ өсөн көнүҙәк булған темалар тураһында һөйләшелде, кәңәшләшелде был ултырышта. Артабан да планға алынған мәсьәләләр контролдә тотолоп, районда конфессия-ара һәм тотороҡлолоҡ тәьмин ителер.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас