Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
19 Декабрь 2023, 04:51

Иле барҙың теле бар

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле, Атам теле, әсәм теле – минең телем! З.БИИШЕВА. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән.

Ә ни өсөн 14 декабрь билдәләнә һуң?

Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө бит был! Ә кем һуң ул М.Аҡмулла? Башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнаған, халыҡты уҡырға, аң-белемгә әйҙәгән йор һүҙле сәсән, шағир ул! Бына шундай

мәғрифәтсенең исемен мәңгеләштереү маҡсатына ошо көн – Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде.

“Теле барҙың иле бар, иле барҙың теле бар”- тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр

сәсәндәр.

Балалар баҡсаларында уҡ кескәй балаларҙа башҡорт теленә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, әсә теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, төрлө алымдар ҡулланып туған телде өйрәтеү бурыс итеп ҡуйылған. Төрлө

милләт балалары тәрбиәләнгән беҙҙең 1-се балалар баҡсаһында ла башҡорт телен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә.

З.Г.Нафикованың “Шатлыҡ” программаһы буйынса эш алып барыла. Балалар менән башҡорт телендә һөйләшеп, йырҙар йырлап, әкиәттәр уҡып, шиғырҙар

һөйләп, уйындар уйнап, легендалар аша йәш быуында телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Кескәй балалар өсөн тәғәйенләнгән башҡорт уйындары менән таныштырабыҙ. Балалар, би-

герәк тә, “Наза”, “Тирмә”, “Ҡурай” музыкаль һәм “Йәшерәм яулыҡ”, “Бесәй менән сысҡан”, “Дауыл”, “Айыу, бүре юҡ икән” хәрәкәтле уйындарҙы яратып

уйнайҙар, ихлас ҡатнашалар.

Үҙебеҙҙең матур, бай телебеҙҙе онотмайыҡ, ата-әсәләр балаларына үҙ теленә һөйөү биреп үҫтерһендәр ине.

Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген һәр саҡ иҫтә тотайыҡ, дуҫтар!

Зөлфиә ҠОТЛОБАЕВА,

Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се балалар

баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас