Даирә
+21 °С
Болотло
Көнүҙәк
21 Сентябрь 2023, 11:51

Дубай ҙа юҡ, аҡса ла...

Татарстандан 700-гә яҡын кеше, Дубайҙа арзан хаҡҡа ял итергә теләп, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ирле-ҡатынлы блогерҙарҙың ҡорбанына әүерелгән.     

Дубай ҙа юҡ, аҡса ла...Дубай ҙа юҡ, аҡса ла...
Дубай ҙа юҡ, аҡса ла...

 Раушана менән Илүс Миңлеғәлиевтар 2023 йыдың башында уҡ Ҡазандан Дубайға күсеп киткән. Унда улар үҙҙәренең рекалама компанияһын ойоштороған һәм ике кешегә 35 мең һумлыҡ ике аҙналыҡ ял вәғәҙә иткән. Самолетҡа билет хаҡы менән аэропортҡа алып барыу ҙа ошо уҡ хаҡҡа ингән. Үҙҙәренең роликтарында был пар Татарстандан йөҙләгән туристың был шәп мөмкинлек менән файҙаланыуы хаҡында хәбәр итә. Уларға ышанған клиенттар аҡса күсергәндән һуң, билетһыҙ ҙа, килешеүһеҙ ҙә тороп ҡалған. Тәүҙә блогерҙар, рейстар кисектерелеүгә һылтанып, аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә иткән, һуңынан иһә бөтөнләй хәбәрләшеүҙән туҡтаған. Мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр һаны 670 кешегә яҡынлашҡан, ә дөйөм зыян 18 млн һумға еткән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас