

Иң эҫе көндәрҙең береһендә Алексеевка ауылында йорт янып китеп көслө ел ялҡынды күрше ихаталарға осора. Һөҙөмтәлә ике йорт һәм йорт ҡаралтылары янып юҡҡа сыға.
Ярай әле тиҙ арала ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре ярҙамға килә. 28 кеше, 8 автоцистерна һәм 3 һыу ташығыс йәлеп ителә. Барлығы 400 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелә. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Шуға күрә, уттан айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән янғын һағы ҡотҡарыу хеҙмәтенә стационар 2-12-02 йәиһә 112 мобиль телефонына шылтыратығыҙ.
Һыу ингәндә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен оноторға ярамай! Айырыуса балаларҙың үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәгеҙ! Хоҙай һаҡланғанды һаҡлармын тигән.
Гөлсәсәк Аласова.