Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
29 Июнь 2023, 04:57

Вакансиялар йәрминкәһе үтте

Район Мәҙәниәт һарайында эш эҙләүселәр өсөн “Вакансиялар йәрминкәһе” үтте. Унда райондың бик күп эш би­реүселәре ҡатнашты.

Вакансиялар йәрминкәһе үттеВакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте

Вакансиялар йәрминкәһе үтте

Район Мәҙәниәт һарайында эш эҙләүселәр өсөн “Вакансиялар йәрминкәһе” үтте. Унда райондың бик күп эш би­реүселәре ҡатнашты.

Йәрминкәгә эш эҙләп килеүселәр байтаҡ ине. Улар бында үҙҙәрен ҡыҙыҡһын­дырған күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинле­генә эйә булды.

Күңелгә ятҡан эште табы­уы еңелдән түгел. Был тура­ла сараға килгәндәрҙең бер нисәүһе менән һөйләшкән арала уҡ аңларға була ине.

- Мин үҙемә уңайлы булған графиклы эш эҙләй­ем. Ике көн эшләп, ике көн ял итә торған эш булһа ине. Йөрөп эшләү өсөн шулай уңайлыраҡ. Ниндәй эш булһа ла ярай. Бар эшкә лә тиҙ генә өйрәнәм. Үҙем һөнәрем буй­ынса технологмын. Бер нисә урында эш белештем, бәйлә­неш номерҙарын алдым, әле уйлайым. Күңелемә ятҡан эш табылыр, тип ышанам, - ти Сахай ауылынан Гөлшат Зәй­нуллина.

- Иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса эш эҙләйем. Эш бар, әлбиттә, тик миңә уларҙың графиктары оҡ­шап етмәй. Һигеҙ сәғәтлек эш ваҡыты булған эш булһа, уйлап та тормай риза булыр инем. Бик күп урындарҙа төнөн дә, ял көндәрендә лә саҡырып алалар, - ти Алай­ғыр ауылынан килгән эш эҙләүсе лә.

Район Мәшғүллек үҙә­генең әйҙәүсе инспекторы Альбина Мостаева белде­реүенсә, бөгөнгө көндә води­телдәр, икмәк бешереүселәр, төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәр, слесарҙар, операторҙар, йыйыштырыусылар талап ителә. Райондың ҡайһы бер мәктәптәренә башланғыс кластар, рус теле һәм әҙәбиә­те, информатика, химия уҡы­тыусылары кәрәк. Бик күптәр каникул ваҡытында балала­рын эшкә урынлаштырыу һо­рауы менән мөрәжәғәт итте. Тик, әлеге көндә уҡыусылар өсөн яраҡлы вакансиялар юҡ.

Мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында үткән осрашыуҙа ла эш урын­дары тураһында бик күп яңылыҡтар мәғлүм булды. Был турала район хакимиә­те башлығы урынбаҫарҙары Гөлнара Иҫәнбаева һәм Рә­сил Исламов, Мәшғүллек үҙәге директоры Шамил Ха­физов һәм район эшҡыуарҙа­ры хоҡуҡтарын яҡлау буйын­са вәкил Айҙар Әрҙәширов һөйләне.

Бөгөнгө көндә Мәшғүл­лек үҙәгенә теркәлгән эш эҙләүселәр һаны 282. Ә эш биреүселәр 400-ҙән ашыу ва­кансия тәҡдим итә. Мәшғүл­лек үҙәге эш эҙләүселәргә, эшҡыуарҙарға төрлө дәүләт программалары буйын­са ярҙам ысулдары булыуы хаҡында хәбәр итә. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға эш урындары булыуы хаҡында мәғлүмәт еткерелә, декрет ялындағы әсәйҙәргә, эшһеҙ ҡалыу хәүе­фе янаған кешеләргә һөнәр алыу мөмкинлеге бирелә.

Осрашыу ваҡытында залдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн эште нимәнән башларға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәкле­ге хаҡында бер нисә һорау яңғыраны.

Бындай форматтағы сара тәүге тапҡыр үтеүгә ҡара­маҫтан бик күптәргә файҙалы булғандыр, тип ышанабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас