Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Апрель 2023, 11:34

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәйгесә йылы була

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәйгесә йылы була. Башгидромет хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 24 апрелдә, көндөң аяҙ, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22° тиклем йылына.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәйгесә йылы була
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәйгесә йылы була

Шишәмбе, 25 апрелдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5, +10°, урыны менән 0°, көндөҙ +18, +23°.

Шаршамбы, 26 апрелдә, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +7, +12°, урыны менән +2°, көндөҙ +17, +22°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-24/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-budet-po-letnemu-teplo-3231146

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: