Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Апрель 2023, 16:51

Милли кейем көнөнә арналған ниндәй саралар үтәсәк?

Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөнә ентекле әҙерләнгән. Уның барлыҡ филиалдарында ошо көнгә арнап тематик саралар үтәсәк. 20 апрелдә төп байрам сараһы Өфөнөң «Планета» сауҙа үҙәгендә ойошторола.

Милли кейем көнөнә арналған ниндәй саралар үтәсәк?
Милли кейем көнөнә арналған ниндәй саралар үтәсәк?

10 апрелдән Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдарында – Стәрлетамаҡ районындағы украин тарихи-мәҙәни һәм Благовар районының Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәрендә «Милли кейемдә фото» онлайн акцияһы старт алды. Сыуаштарҙың милли кейемен презентациялау 17 апрелдә Ҡырмыҫҡалы районының сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәгендә уҙасаҡ. Икенсе көнөнә бында Асыҡ ишектәр көнө лә ойоштороласаҡ.

Екатеринбург башҡорттары 16 апрелдә Милли кейем көнөн һәм Асыҡ ишектәр көнөн билдәләне. 17-18 апрелдә Пермь крайының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә ошондай саралар планлаштырылған.

17 апрелдә Бәләбәй районы халҡы өсөн әҙәби ҡунаҡханала рус кейеменең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәктәр. 18 апрелдә удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге «Тунсыко удмуртъес» («Ҡыҙыҡлы удмурттар») проектын башлап ебәрә. Шул уҡ көндө үҙәк Антонида Ғилфанованың удмурт милли кейемдәре дефилеһына саҡыра. 20 апрелдә бында Асыҡ ишектәр rөнө үтәсәк. Милли кейем көнөн шулай уҡ 17 апрелдә Силәбе башҡорттары ла билдәләй.

Бүздәк районындағы татар тарихи-мәҙәни үҙәге Милли кейем көнөнә бер нисә ҡыҙыҡлы сара планлаштырған. 20 апрелдә Асыҡ ишектәр көнө барышында «Халыҡтар дуҫлығы» күргәҙмә-дефилеһы, «Татар баш кейемдәре» видеопрезентацияһы, «Туҡтағыҙ, бер мәл» фотосессияһы үтәсәк.

Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар төрлө йәшкә иҫәпләнгән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала: «Белорус кейеҙ ҡурсағы», «Татар милли баш кейеме һәм биҙәге», «Сыуаш биҙәге менән алҡалар һәм ике яҡлы сигеү», «Урыҫтарҙың сепрәк ҡурсағы», «Этник стилдә башҡорт брошкаһы», «Тамбурлы сигеү» һәм башҡалар.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: