Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Апрель 2023, 12:07

Фатир асҡыстары һәм сертификат тапшырылды

Аҙна башында район хакимиәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмә яҡшы хәбәрҙән башланды.

Фатир асҡыстары һәм сертификат тапшырылды
Фатир асҡыстары һәм сертификат тапшырылды

Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларға  фатир асҡыстары һәм торлаҡ сертификаты тапшырҙы. Рифат Ҡаһарманов, Сергей Игнатьев, Диана Полякова, Алина Халиҡова, Илина Ғәҙелшина, Лариса Ғимранова, Ирина Әхмәтйәнова фатир асҡысы алыу бәхетенә эйә булһа, Анастасия Данилова 3 222 000 һумлыҡ торлаҡ сертификаты алып ҡыуанды.

 

Ғүмерегеҙҙәге иң мөһим һәм ҙур ваҡиға менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Бөгөнгө көндән алып һеҙҙең үҙ торлағығыҙ буласаҡ. Һеҙҙең йәшәгән урынығыҙҙа уңайлы мөхит, тәртип булдырып, киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ хыялдар менән йәшәүегеҙҙе теләйем. Сертификат менән мөмкин тиклем тиҙерәк файҙаланып, күңелегеҙгә ятҡан торлаҡ шарттарын яҡшыртырға яҙһын, - тигнән теләктәрен белдерҙе Әлфир Фәрхәт улы.

 

Ҡырмыҫҡалы ауылынан был иҫтәлекле сараға ике йәшлек улы Иҙел менән килгән Алина Халиҡова ла тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

- Фатир алырға сиратҡа 2017 йылда баҫҡан инем, бөгөн был шатлыҡлы көн килеп тә етте. Иң элек рәхмәтемде 9 йәшемдән ҡарап үҫтергән опекундарым Архангел районында йәшәүсе Линура һәм Салауат Яҡшымбәтовтарға еткергем килә. Улар миңә белем һәм тәрбиә биреп кенә ҡалманы, фатир юллап алырға ла ярҙам итеште. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы район хакимиәтенә һәм опека һәм попечителлек бүлегенә ҙур рәхмәт.

Әлегә улым менән декрет ялындамын. Улымды балалар баҡсаһына урынлаштырғас, Ауырғазы күп профилле колледжында алған ашнаҡсы- иҫәпсе һөнәрем буйынса эш табып, эшләргә уйлайым. Иң мөһиме, хәҙер минең үҙ торлағым булды, - тине Алина Әниф ҡыҙы.

Район башлығының ҡотлауҙарына беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм йәштәрҙең яңы йорттарында тик бәхет һәм ҡыуаныс урын алыуын теләйбеҙ!

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: