Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Апрель 2023, 15:20

Республикала торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2023 йылдың икенсе кварталына бер квадрат метр торлаҡтың уртаса баҙар хаҡын 100 144 һум күләмендә раҫланы. Министрлыҡтың тейешле бойороғо республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республикала торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды
Республикала торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды

Бер квадрат метр торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға субсидияларҙы иҫәпләү өсөн кәрәк. Аҡса уларға торлаҡ төҙөүҙә (һатып алыуҙа) ҡатнашыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә бүленә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда республика үҙ тарихында тәүге тапҡыр бер йылда 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индерҙе — унан алдағы йылға ҡарағанда 5% күберәк. Төҙөлөш эштәре дәүррәү барған совет йылдарында ла бындай күрһәткестәр теркәлмәгән.

Артабанғы маҡсат — ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2030 йылға Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен йылына 4 миллион квадрат метрға тиклем еткереү.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-04-12/utverzhdena-srednyaya-rynochnaya-stoimost-zhilya-v-bashkirii-3216716

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: