Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Март 2023, 11:35

Иҫтәлекле сәйәхәт

Республикала "Башҡорт оҙон ғүмерлеге" программаһы эшләй.Уның буйынса йылына бер тапҡыр пенсионерҙарға бушлай бөтә республика буйлап сәйәхәт итеү мөмкин. Уҙған йыл ошо программа буйынса Красноусольскийға сәйәхәткә барҙыҡ, үҙебеҙҙең райондың тарихи урындары буйлап ике тапҡыр йөрөп ҡайттыҡ.

Иҫтәлекле сәйәхәт
Иҫтәлекле сәйәхәт

Күптән түгел Розалия Рәхмәтуллина етәкселегендә Өфө ҡалаһына сәйәхәткә барыу бәхете тейҙе. Баш ҡалаға барып еткәс, беҙҙе экскурсия етәксеһе Алһыу исемле ҡыҙ ҡаршы алды.
Тәүҙә "Дуҫлыҡ монументы" һәйкәленә, һуңынан Александр Тюлькиндың музейына барҙыҡ. Башҡорт халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауератының үҙе йәшәгән йортон музей яһағандар. Уның рәсемдәре, музей экспонаттары менән таныштыҡ .
Унан һуң "Лимонарий" ға юлландыҡ, унда яҡты, йылы, иҫ киткес күркәмлек, лимондар, банандар, сәскәләр үҫеп ултыра. "Аҡбуҙат” ашханаһында тәмле итеп төшкө аш ашағандан һуң “Башҡорт балы”на
(“Башкирская медовня”) барҙыҡ, бында йүкә, ҡарабойҙай, сәскә балдарын тәмләп ҡарарға рөхсәт иттеләр. Унан "Бишбармаҡ"ҡа киттек, бындағы оҫталыҡ дәресендә беҙгә талҡандан тәмлекәс яһарға өйрәттеләр. Ҡоймаҡ, бал һәм ҡорт менән төрлө үләндәр һалынған тәмле сәй эсеп, һөйләшеп ултырҙыҡ. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙе ихлас, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Бик күңелле булды, фотоларға төштөк, хаҡлы ялда булһаҡ та беҙҙе онотмауҙары үҙе бер ҙур шатлыҡ. Донъяларыбыҙ имен, тормошобоҙ йәмле, иҫән-һау булайыҡ.
ӘлфиәХалиҡова.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: