Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
19 Февраль 2023, 19:48

Блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинованан коллаген яһау рецебы

Организмға коллаген кәрәлеген барыбыҙ ҙа белеп бөтөк инде. Әйткәндәй, ул ҡиммәт кенә тора. бактиһәң, уны үҙебеҙ ҙә эшләй алабыҙ икән. бының сере менән блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинова уртаҡлаша.Нисек эшләргә?

Блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинованан коллаген яһау рецебы
Блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинованан коллаген яһау рецебы
1. Һөйәкле ит алабыҙ ҙа (тояҡ түгел, ә тубыҡ һөйәге) сайып, бисмиллаһирахмани рахим тип, сөгөнгә(чугунный һауытҡа һалып) һыу һалып, утҡа ҡуябыҙ.
2. Ҡайнап сыҡҡас, күпереген һөҙөп алып, 2 аш ҡалағы алма уксусы (һөйәктең питательный мәтдәләрен сығара), тоҙ, бер кишер, бер һуған (йомро көйөнсә) һалып талғын утта 7-8 сәғәт ҡайнатабыҙ.
3. Шунса ваҡыт үткәс, һөйәктең елек майы, һеңерҙәрен мөнйөйбөҙ. Ә һурпаһын һөҙәбеҙ.
4. Һөйәкеле һурпа (костный бульон) холодильникта ике-өс көн генә һаҡлана. Мин шуға силиконовый һауыттарға һалып, морозилкаға ҡуям

Нисек ҡулланырға?
🔻 Гречка, йә плов бешергәндә ошо һурпаны һалып ебәрергә
🔻 һурпаның үҙен эсергә. Мин иртән тренировкаға тиклем асығам, 4-5 кубикка эҫе һыу ҡойоп, иретәмдә эсәм. Мөмкин перекус урынына ла ошолай эсеп алырға. Ҡорот һалып ебәрһәң, тағы ла тәмлерәк була", - ти Гөлфиә. Ҡулланып ҡарайбыҙмы?
Ул нисек файҙалы:
1. Глицин аргинин, пралин, гутамин кеүек аминокислоталарҙан торған аҡһым бар. Был аҡһым коллаген була. Шул коллаген беҙҙең организмға кәрәк!

2. Кальций, фосфор, магний минералдары һөйәкте нығытырға ярҙам итә.

3. Хондроитин сульфат, глюкозамин һәм МСМ быуындар өсөн файҙалы. (кемдең быуыны һыҙлай, обезательно эшләп эсергә кәрәк)

4. Коллаген пептидтары һәм желатин, эсәктәрҙең һаулығын, дөрөҫ эшләүен тәьмин итә

5. Сәстәрҙең,тырнаҡтарҙың һаулығын, матурлығын һаҡлаусы аминокислоталар бар.
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: