Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Ғинуар 2023, 16:49

ЙОНДОҘНАМӘ (30 ғинуар – 5 февраль)

ҠУҘЫ Үҙегеҙҙе күрһәтергә тырышма­ғыҙ – абруйығыҙҙы һаҡлағыҙ. Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Әгәр ниҙер килеп сыҡмай икән, һығымта яһап, эшкә яңынан тотоноғоҙ.

ЙОНДОҘНАМӘ (30 ғинуар – 5 февраль)
ЙОНДОҘНАМӘ (30 ғинуар – 5 февраль)

БУҒА

Һәр яҡлап һәләтегеҙҙе күр­һәтергә әҙерләнегеҙ. Авантюраға барыуҙан тыйылығыҙ. Барыһын да планлаштырырға һәм үлсәп башҡарырға кәрәк. Шул саҡта ғына уңыш ҡаҙанырһығыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Үҙ көсөңә ышанмау осоро артта ҡалды. Эшкә яңы дәрт менән тотоноу зарур. Ижади фекерләүегеҙ лайыҡлы баһаланыр. Мөхәббәт тип уйлағандың ғашиҡлыҡ ҡына булыуы ихтимал.

 

ҠЫҪАЛА

Ғәҙелһеҙлек күренештәренә шаһит булған хәлдә лә тыныслыҡ һаҡларға тырышыу мөһим. Һөйгән кешегеҙҙең теләктәрен үтәү хис­тәрҙе көсәйтеп ебәрер. Был эшкә лә ыңғай йоғонто яһар.

 

АРЫҪЛАН

Кире күренештәргә иғтибар итмәҫкә, донъяның матурлығын күрергә тырышығыҙ. Һөнәри эш­мәкәрлектә ниндәйҙер яңылыҡ булыр, моғайын. Ваҡ мәшәҡәттәр һеҙҙе һындырырға тейеш түгел.

 

ҠЫҘ

Был аҙнала тормошоғоҙҙа ба­рыһын да үҙгәртергә тырышыр­һығыҙ. Дыуамал ҡарарҙарҙан һаҡ булығыҙ. Әйтергә теләгәнегеҙҙең барыһын да ярып һалмағыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Үҙ һүҙегеҙҙе бирмәү, тәкәб­берлек күңелһеҙлек тыуҙырыр. Тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итеү күп проблеманы яйға һалырға ярҙам итәсәк. Йәрегеҙгә дәғүә белдермәгеҙ, уны өйрәтергә тырышмағыҙ.

 

САЯН

Себендән дөйә яһап, ыҙғышҡа юл ҡуймағыҙ. Эш менән ғаиләне бергә бутамау хәйерле. Яҡын ке­шегеҙ менән арағыҙҙа килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтың төп сәбәбе – һеҙҙең саманан тыш ваҡсыл булыуығыҙ.

 

УҠСЫ

Һеҙҙең күңелде шикләнеү, кө­сөгөҙгә ышанмау кеүек тойғолар биләп алыр. Бының менән үҙегеҙҙе лә, янығыҙҙағы кешеләрҙе лә ыҙала­тып бөтөрһөгөҙ. Көсөгөҙгә инанмай­һығыҙ икән, ниндәйҙер эшкә тотонмай тороғоҙ.

 

ЫЛАҠ

Көн дә бер нәмә менән шө­ғөлләнһәгеҙ, тормошоғоҙҙа һис ни үҙгәрмәҫ, күңелһеҙлек дауам итер. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға уй­лаһағыҙ, авантюраға бармағыҙ, юғиһә ниәтегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал.

 

ҺЫУҒОЯР

Барлыҡ ихтыяр көсөн туплап, маҡсатығыҙға табан йүнәлегеҙ. Юлығыҙҙа ҡаршылыҡтар осраған хәлдә лә баҙап ҡалмағыҙ. Аҙна бығаса ҡыйыулыҡ етмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы.

 

БАЛЫҠ

Тормоштоң мәғәнәһе тураһында йыш уйлана башларһығыҙ. Был төп эшегеҙгә ҡамасаулар. Яҡын кешеләрегеҙҙең дә һеҙҙең насар кәйефегеҙҙән арыуы ихтимал. Шуға күрә күңелле кисәләрҙән баш тартмаҫҡа кәңәш ителә.

Читайте нас в
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: