+7 °С
Болотло
2023 йылда Башҡортостанда ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға еткерелә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» агентлығы. Республика хөкүмәте муниципалитеттарға төбәк ҡаҙнаһынан финанс бүлеү тәртибенә тейешле үҙгәрештәр индерҙе. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында тағы бер тапҡыр ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө.