Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Ғинуар 2023, 22:37

300 мең һум кемдәргә бирелә?

Торлаҡ һатып алыу өсөн файҙаланырға мөмкин.  

300 мең һум кемдәргә бирелә?
300 мең һум кемдәргә бирелә?

Благовещен районында бюджет ойошмаларын йәш кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса саралар күрелә.

Былтыр йыл аҙағында унда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ һатып алыу өсөн дәртләндереү түләүҙәрен биреү тәртибен раҫланылар.

“2023 йылда финанс субсидияһын педагогик һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре – беренсел торлаҡты һатып алыуға, Благовещенда йәшәргә теләгән уҡытыусылар, өҫтәмә белем биреү педагогтары һәм табиптар алыу хоҡуғына эйә. 300 мең һумға тиклем субсидиялайбыҙ. Был ипотеканың беренсе өлөшө лә, торлаҡ кредиты буйынса түләнгән проценттарҙың өлөшөн компенсациялау булырға мөмкин. Быйыл бюджетҡа дүрт миллион һум аҡсаны ярҙамдың ошо төрөнә һалдыҡ, әгәр ул ҙур ихтыяж менән файҙаланһа, бюджетты арттыра алабыҙ. Киләсәктә был субсидия биреләсәк белгестәр исемлеген ҙурайтырға уйлайбыҙ”, - тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Олег Голов.

Бөгөнгө көндә Благовещен район дауаханаһында – 70-тән ашыу вакансия. Табиптар ҙа, урта медицина хеҙмәткәрҙәре лә кәрәк. Яңы уҡыу йылына 25 вакансия буласаҡ – уҡытыусылар кәрәк.

Ярҙамдан файҙаланғандар бюджет ойошмаһы менән хеҙмәт килешеүен төҙөгәндән һуң биш йылдан да кәм түгел тулы ставкаға эшләргә тейеш. Барыһы ла хаҡында тулыраҡ ошо һылтанма буйынса танышырға була: https://clck.ru/33HjbL.

Тағы тулыраҡ мәғлүмәт кәрәкһә, Благовещен районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: adsfactory.ru

Автор:Айһылыу Низамова
 
 
Автор:
Читайте нас: