Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Ғинуар 2023, 11:17

“Битва экстрасенсов” проекты еңеүсеһе Алһыу Ғәлимйәнова йылды күҙаллай

Уҙған йыл хәрби конфликттар буласағын алдан әйткән инем. Быйыл уларҙың... 

“Битва экстрасенсов” проекты еңеүсеһе Алһыу Ғәлимйәнова йылды күҙаллай
“Битва экстрасенсов” проекты еңеүсеһе Алһыу Ғәлимйәнова йылды күҙаллай

Татарстандан “Битва экстрасенсов” проекты еңеүсеһе Алһыу Ғәлимйәнова башланып торған 2023 йылдың нисек булырына ҡағылышлы фараздары менән уртаҡлашҡан.

- Уҙған йыл еңел булманы. Үҙем дә уны ауыр кисерҙем. Бына 2023 йыл тыныс булырға оҡшаған. Ҡуян йылы – ғаилә ҡороу, мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштереү өсөн һәйбәт йыл. Торлаҡҡа хаҡ төшөүе күҙаллана. Ҡулында аҡсаһы булғандарға күсемһеҙ милек алырға кәңәш итәм. Уҙған йыл хәрби конфликттар буласағын әйткән инем. Быйыл уларҙың көтөлмәгәндә яҡшы яҡҡа боролош алыуын күрәм. Уртаҡ һөйләшеүҙәр барыһын да хәл итәсәк.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/vattat

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-13/bitva-ekstrasensov-proekty-e-e-se-e-al-yu-limy-nova-yyldy-k-allay-3103949?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:
Читайте нас: