Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Ғинуар 2023, 19:31

Мортаза Рәхимовтың үлем сәбәбе асыҡланды

Ул һуңғы көнөнә тиклем аңында булған.   

Мортаза Рәхимовтың үлем сәбәбе асыҡланды
Мортаза Рәхимовтың үлем сәбәбе асыҡланды

Үткән төндә бик ауыр яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов вафат булды. Уға 88 йәш ине.

Әлеге ваҡытта Мортаза Ғөбәйҙулла улының нилектән вафат булыуы тураһында блдәле булды. Был турала MASH телеграм-каналы хәбәр итә.

Асыҡланыуынса, ул коронавирустан һуң барлыҡҡа килгән тромбоздан вафат булған. Билдәле булыуынса, был инфекция менән Мортаза Рәхимов 2020 йылдың йәйендә сирләгәйне. Ул саҡта ауырыуҙы еңде, тик бер йыл үткәс, йәнә һуғыш ветерандары госпиталенә эләкте.

Былтыр октябрҙә иһә хәле насарланып, һуңғы көндәрҙә үпкәне яһалма елләтеү аппараты аҫтында булған. Шулай ҙа һуңғы көнөнә тиклем үҙ аңында булды, тиҙәр.

Кисә иһә үпкә-тромб эмболияһынан вафат булған. 7 февралдә уға 89 йәш булыр ине.

Фото: 24newnews.ru

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: