Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Ғинуар 2023, 09:59

Йыл сараһы

Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә уҙған “Һабантуй-2022” байрамы алыҫта йәшәгән ватандаштарҙы йыйҙы, иң ҙур байрамдарҙың береһенә әүерелде һәм төрлө милләт халҡын бер урынға тупланы.

Йыл һайын 250 меңдән ашыу кешене йыйған уникаль байрамда тәүге тапҡыр район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров етәкселегендә Ҡырмыҫҡалы районы делегацияһы ҡатнашты. Районыбыҙҙың талантлы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханысылар тарафынан ҡунаҡтарға “Башҡорт милли колориты” тип аталған фольклор ауылында дүрт тирмә әҙерләнде. Был тирмәләрҙең һәр береһендә башҡорт халҡының милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм көнкүреше сағылдырылды. Байрамда ҡатнашыусылар халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарын ауыҙ итергә, оҫталыҡ дәрестәре ҡарарға ла өлгөрҙө.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: