Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Ғинуар 2023, 10:08

Йыл почтальоны

Үтәгән ауылының почтальоны Эльвира Бикҡолованың үҙ эшен шул тиклем яратып, еренә еткереп башҡарыуына хайран ҡалаһың.

Йыл почтальоны
Йыл почтальоны

Йыл почтальоны

Үтәгән ауылының почтальоны Эльвира Бикҡолованың үҙ эшен шул тиклем яратып, еренә еткереп башҡарыуына хайран ҡалаһың. Ауылдаштары ла уның эшенән бик ҡәнәғәт

Һәр эштең үҙ нескәлектәре, үҙ ҡыйынлыҡтары була. Хат ташыусы эше лә бик үк еңелдән түгел, сөнки уларҙың хеҙмәте хат, гәзит-журнал таратыу менән генә сикләнеп ҡалмай. Гәзит-журналдарға яҙҙырыу, ауыл халҡына көн дә кәрәк булған төрлө тауарҙар менән һатыу итеү кеүек башҡа бик күп эштәр ҙә уларҙың иңенә төшә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Эльвира Әхмәт ҡыҙы бер ҡасан да үҙ эшенә зарланмай.

- Элекке замандарҙа, беҙ бала саҡта, һәр йортта йәшәүселәр бик күп гәзит-журналдар алдыра ине. Ата-әсәйҙәребеҙ менән бергә беҙ ҙә почтальондарҙы көтөп ала торғайныҡ һәм талаша-талаша гәзит-журналдар уҡый инек. Яңы ғына баҫманан сыҡҡан, еҫе аңҡып торған гәзитте ҡулыңа алып уҡыуы үҙе бер бәхет бит ул. Шуға күрәлер почтальон эше күңелемә бик яҡын, - ти ул үҙ һөнәре хаҡында.   

Булдыҡлы хат ташыусыға гәзит-журналдарҙы иң тәүҙә күршеләге Яңы Ҡыйышҡы ауылынан барып алып ҡайтырға, шунан ғына халыҡҡа таратырға тура килә. Ҡышҡы буран, көслө ямғыр, йәйге селлә тип тормай почтальондар һәр ваҡыт үҙ эштәрен ваҡытында башҡарырға бурыслы һәм был бурысты Эльвира Бикҡолова намыҫлы башҡара.

Әйткәндәй, Эльвира Әхмәт ҡыҙына ошо көндәрҙә бәхет йылмайҙы. Ул “Даирә” гәзитенең аҙна бүләген – сәйнүк отто.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: