Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Ғинуар 2023, 10:46

Наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышы

Беҙ наркомания тигән яман сиргә ҡаршы берҙәм көрәш алып барырға тейешбеҙ. Юғиһә, йәш быуындың, балаларыбыҙҙың яҡты һәм бәхетле киләсәгенә хәүеф янаясаҡ.Район хакимиәтендә уҙғарылған наркотиктарға ҡаршы комиссияның һуңғы ултырышында һүҙ шул хаҡта барҙы.

Наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышы
Наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышы

Комиссия секретары Виктория Истратова үҙенең сығышында наркотиктарға ҡаршы комиссияның 2022 йылдағы эшен барланы.
Район мәғариф бүлегенең тәрбиәүи эштәр буйынса методисы Юлия Щеглова белем биреү ойошмаларында наркологик постарҙың эшмәкәрлеге, наркотиктарға һәм алкоголгә ҡаршы алып барылған саралар менән таныштырҙы.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса эҙәрлекләү бүлеге оперуполномоченныйы Рәфил Уразбахтин йыл дауамында мәктәптәрҙә наркоманияға ҡаршы профилактик эштәр алып барылыуы, кинофильмдар күрһәтелеүе тураһында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда синтетик наркотиктар, спайстар ҡулланыусылар бар, уларға ҡарата протоколдар төҙөлә, штрафтар һалына, тине ул.
Ул шулай уҡ йыл дауамында районда наркоманияға бәйле хәлдәр һәм наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы башҡарылған саралар хаҡында таныштырҙы. Район үҙәк дауаханаһының психиатр-наркологы Илһөйәр Матякупова мәғариф учреждениеларында өлкән синыф уҡыусылары араһында наркотик һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау маҡсатында үткәрелгән ирекле медицина тесының һөҙөмтәләре хаҡында сығыш яһаны. Бәхеткә күрә, беҙҙең районда үҫмерҙәр араһында наркомания буйынса иҫәптә тороусы юҡ. Ләкин, үҫмерҙәрҙең электрон тәмәке, мода телендә вейптар ҡулланыуы таралғандан-тарала бара. Үкенескә ҡаршы, был күренеш беҙҙең районды ла урап үтмәне. Үҙҙәрен вейперҙар тип йөрөткән үҫмерҙәр араһында малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бар. Электрон һәм ғәҙәти тәмәкенең составында йәш организмға насар йоғонто яһаусы матдәләр бар, тине ул.
Сығыш яһаусыларҙы тыңлап бөткәс, ултырыш йомғаҡтары буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле хәбәрҙәр ҡабул итеү һәм наркотиктарға бәйлелеге булған граждандарҙың реабилитацияһы буйынса «Ышаныс телефондары»ның эштәрен дауам итергә. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, иҫкәртеү һәм туҡтатыу маҡсатында бәлиғ булмағандар һәм йәштәр күпләп йыйылған урындарҙы даими контролдә тоторға. Йәштәр бүлеге, тәртип һаҡлау органдары, белем учреждениелары һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә “Мәк” операцияһы, “Үлем ҡайҙа һатҡандарын хәбәр ит” акцияларын үткәрергә, наркологик сирлеләрҙе асыҡлау һәм дауалау буйынса эште дауам итергә.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: