Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Декабрь 2022, 21:19

Иғтибар: һауа торошо ҡатмарлаша!

М7 «Волга», М5 «Урал» һәм Р240 Өфө-Ырымбур трассаларына өҫтәмә рәүештә 26 юл-патруль хеҙмәте экипажын сығарылды  

Иғтибар: һауа торошо ҡатмарлаша!
Иғтибар: һауа торошо ҡатмарлаша!

Республиканың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары!

Федераль һәм төбәк ҡарамағындағы автомобиль юлдарында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм килеп тыуған сетерекле осраҡтарҙы тиҙ арала хәл итеү өсөн М7 «Волга», М5 «Урал» һәм Р240 Өфө-Ырымбур трассаларына өҫтәмә рәүештә 26 юл-патруль хеҙмәте экипажын сығарыу тураһында ҡарар ҡабул иттем. Баш ҡаланың үҙендә хәүефһеҙ һәм өҙөклөкһөҙ юл хәрәкәтен тәьмин итеүгә 20 юл-патруль хеҙмәте экипажы йәлеп ителгән.

Һауа торошона бәйле хәл-торош ҡатмарлашыу сәбәпле, юлдарҙа бөтә төр хәүефһеҙлек сараларын һаҡларға саҡырам. Шәхси транспортығыҙ менән юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ, мөмкин булһа, йәмәғәт транспортына өҫтөнлөк бирегеҙ. Үҙегеҙ йәшәгән төбәктән ситкә планлаштырған сәйәхәттәрҙе лә кисектереү тороу хәйерле. Әгәр, бер нигә ҡарамай, юлға сығырға кәрәк икән, автомобилегеҙҙең техник йәһәттән тулыһынса төҙөк булыуын тәьмин итегеҙ, юлда хәрәкәт итеү ҡағиҙәләре һәм шәхси хәүефһеҙлек саралары хаҡында онотмағыҙ. Иғтибарлы булығыҙ!”, - тип яҙҙы Владимир Севастьянов.

“Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай” тиҙәр, шуға күрә һауа торошо ҡатмарлы ваҡытта мотлаҡ һаҡлыҡ һәм хәүефһеҙлек хаҡында онотмағыҙ!

Фото: ivanovo-news

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: