Даирә
+28 °С
Болотло
Көнүҙәк
15 Декабрь 2022, 10:26

Радий Хәбиров Башҡортостандағы ҡыштың матурлығын күрһәтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Бәйләнештә»ге сәхифәһенә үҙенең хакимиәте тәҙрәһе аша төшөргән фото һалған.

Радий Хәбиров Башҡортостандағы ҡыштың матурлығын күрһәттеРадий Хәбиров Башҡортостандағы ҡыштың матурлығын күрһәтте
Радий Хәбиров Башҡортостандағы ҡыштың матурлығын күрһәтте
«Ысын ҡыш. Матур. Ләкин үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Барығыҙға ла уңышлы көн!» —  тип яҙҙы ул, тыуған төйәгенең гүзәллегенә һоҡланыуын белдереп.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөгөн иртән Белорет районының Үткәл ауылында термометр бағанаһы минус 39 градусты күрһәткән. Был хаҡта ошо ауылда йәшәгән Ришат Хәйбуллин социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Ауыл халҡы бындай температураға күнегеп бөткән инде. Хатта йәй көнө лә минуслы температура теркәлгәне бар. Ә ҡышҡыһын бында 43 градусҡа тиклем һыуыҡ булырға мөмкин. Тап шуға ла киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Үткәлде Башҡортостандың иң һыуыҡ ауылы тип йөрөтә.

Белорет районының Сосновка ауылында ла бөгөнгө иртә ныҡ һалҡын булған. Унда термометр бағанаһы -41 градусҡаса төшкән.

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, был аҙнала Башҡортостанда һалҡын һауа торошо күҙәтелә. Һауа температураһы норманан түбән. Фараздар буйынса, республикала ошондай сасҡау һыуыҡтар ял көндәренә тиклем һаҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-07/radiy-habirov-pokazal-krasotu-bashkirskoy-zimy-3061135

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас