Даирә
+21 °С
Болотло
Көнүҙәк
15 Декабрь 2022, 07:25

Ғинуар өсөн пенсия ваҡытынан алда таратыла – Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы

Яңы йыл байрамдары алдынан пенсионерҙарға ғинуар айы өсөн аҡса ваҡытынан алда таратыла. Пенсияны банкта алған осраҡта иһә декабрҙең һуңғы көндәрендә. Ә почта хеҙмәттәре аҡсаны ғәҙәттәгесә 3 ғинуарҙан тарата башлай. Был турала Рәсәйҙең хеҙмәт министры Антон Котяков президент Владимир Путинға докладында хәбәр итте.

Ғинуар өсөн пенсия ваҡытынан алда таратыла – Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығыҒинуар өсөн пенсия ваҡытынан алда таратыла – Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы
Ғинуар өсөн пенсия ваҡытынан алда таратыла – Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, киләһе йылдан пенсия Рәсәйҙең социаль фонды аша түләнә. Аҡсаны таратыу көндәре элеккесә ҡала. Мәҫәлән, быға тиклем айҙың 5-се көнөндә пенсия алғандарға артабан да ошо көндә түләнә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-12-15/pensii-za-yanvar-dostavyat-dosrochno-mintrud-rossii-3072228

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас