Даирә
+24 °С
Дождь
Көнүҙәк
9 Декабря 2022, 03:53

Тылсымлы көскә эйә ул

Һүҙҙең көсө, ҡөҙрәте тураһында бер нисә гәзит уҡыусыбыҙ ҙа үҙҙәренең ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән бүлеште:

Тылсымлы көскә эйә улТылсымлы көскә эйә ул
Тылсымлы көскә эйә ул

Тылсымлы көскә эйә ул

Борон-борондан халҡыбыҙҙа һүҙ көсөнә ышаныу йәшәп килә. Халыҡ телендә бөгөнгө көндә лә яңғыраған бик күп мәҡәл-әйтемдәр ҙә быны дәлилләй. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә килер быуындарға һабаҡ булырҙай, балаларға тәрбиә нигеҙҙәрен туплаусы халыҡ ижады ынйыларын мираҫ итеп ҡалдырған. Яҡшы һүҙҙең һәр кемебеҙгә йән аҙығы булыуы хаҡында ла барыбыҙ ҙа беләбеҙ.

Һүҙ – ул бөйөк, көслө ҡорал. Уның менән бик һаҡ эш итергә кәрәк. Әммә, һүҙҙең төрлө матди көстән дә көслөрәк, уның тылсымға бәрәбәр икәнен онотоп ебәреп, “Уйламай һөйләгән, ауырымай үлгән” тигәндәй, ҡайһы саҡ уйламайынсараҡ әйтеп, кемдеңдер күңелен китеп, рәнйетеп ҡуйған саҡтар ҙа булғылай. Бигерәк тә асыулы, нәфрәтләнгән саҡтарҙа әйтмәҫ һүҙҙәрҙе әйтеп ташлайһың. “Әйткән һүҙ – ҡырҡылып ауған имән” тиҙәр был турала халыҡта. Ауыҙҙан сыҡҡан һүҙҙе кире тотоп алып та, кире ҡайтарып та булмай шул. Шуға күрә тән яраһы уңала, ә тел яраһы күңелдә ҙур йөй ҡалдыра тигән менән дә килешмәй булмай. Кеше һине ғәфү ҙә итер, әммә әйтелгән һүҙҙәр уның йөрәгендә барыбер мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ. Бигерәк тә кешенең хәсрәтле мәлдәрендә, уның күңелен йәрәхәтләүҙән һаҡларға кәрәк.

Һүҙ ҡөҙрәтенә, уның тылсымына ышаныу нигеҙендә халҡыбыҙҙа бик изге йола – теләк теләү йолаһы барлыҡҡа килгән. Эйе, телебеҙ тылсымлы һүҙҙәргә бик бай, тик уларҙы урынлы ҡуллана белеү зарур. Һөйләгән һүҙең менән эшләгән эшеңдең тап килеүе кешене матурлаусы иң матур сифаттарҙың береһе булып тора.

Халыҡтың ауыҙ-тел ижады ла беҙҙе тел менән һаҡ эш итергә, телдең ҡәҙерен, һиммәтен белергә өйрәтә.

Ғалимдар ҙа һүҙҙең үҙенсәлекле көскә эйә булыуын тикшереп ҡараған. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һүҙ хатта һыуҙың структураһын үҙгәртә ала икән. Кеше организмының бик күп өлөшө һыуҙан торғас, беҙҙең кәүҙәбеҙ уны ниндәй  һүҙҙәр менән эшкәртеүҙәренә һис тә битараф түгел, үҙенә һеңдерә бара.

Кешенең һөйләүе йоғонтоһонда һыу молекулалары ҡатмарлы бер төркөм төҙөй. Насар һүҙҙән улар ағыуға оҡшаш структураға берләшә, ә яҡшы һүҙҙән һыу молекулалары нәҫел молекулаһына оҡшаш сифаттарҙы ала. Шулай итеп беҙ йәшәүгә көс биргән  изге һүҙҙәр менән үҙ-үҙебеҙҙе һәм эргә-тирәбеҙҙәгеләрҙе дауалайбыҙ түгелме? Шуға ла һәр һөйләр һүҙебеҙҙе үлсәп, кәрәк икән, кинәйәләп һөйләү мөһим.

Һүҙҙең көсө, ҡөҙрәте тураһында бер нисә гәзит уҡыусыбыҙ ҙа үҙҙәренең ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән бүлеште:

Флүрә ҒӘЛИМОВА, Иҫке Муса ауылы:

  • Һүҙҙең көсө ҙур, ҡөҙрәте киң. Көндәлек тормошта беҙ һүҙҙәр теҙмәһе менән аралашабыҙ. “Әйткән һүҙ – атҡан уҡ” тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән бит. Сөнки һүҙ ауыҙыңдан сыҡтымы, уны тотоп та, кире ҡайтарып та булмай. Әйткән һүҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Нимәлер әйтер алдынан һәр саҡ алдан уйлар кәрәк. “Ауыҙыңдан сыҡҡанды ҡолағың ишетһен” – тигән тағы бер мәҡәл йәшәп килә халҡыбыҙҙа. Һәр осраҡта ла һәр кешегә яғымлы өндәшеү кәрәк. Һүҙ кешене ҡанатландыра, дәртләндерә лә, ә ҡайһы саҡ күңелеңде лә төшөрә. Һүҙҙәрҙең бөйөк көскә эйә булыуын бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Шуға күрә һәр саҡ әйтер һүҙеңде алдан уйлар кәрәк. Уйламайынса бер нәмә лә әйтергә ярамай.

 

Гөлниса ӘҘЕҺӘМОВА, Ҡырмыҫҡалы ауылы:

- Эйе, һүҙҙең көсө ныҡ көслө, бик ҙур әһәмиәткә эйә икәнен үҙ миҫалымда әйтә алам. Тормошҡа сығып, тәүге балама ауырға ҡалғас: “Улым тыуһа, мин уны әрме хеҙмәтенә ебәрмәйәсәкмен”, - тинем. Йәшлек менән уйламайынса һөйләгәнемде хәҙер аңлайым да бит, тик һуң шул, ул һүҙҙәрҙе генә кире ҡайтарып булмай. Ҡыҙғанысҡа, улым тыуған саҡта йәрәхәттәр алды һәм сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнде. “Баламдың ағзалары теүәл, аҡылы камил булып тыуһын”, - тип теләргә кәрәк булған да бит. Бына шунан һуң һүҙ көсөнөң барлығына нисек ышанмайһың инде? Нимәлер әйтер, теләк теләр алдынан да һәр саҡ уйлап эш итергә кәрәк. Шуны хәтерҙән сығармаһаҡ ине.

Рим ИСХАҠОВ, Бишауыл-Уңғар ауылы:

- “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ - йән ҡаҙығы”, - тигәндәй бер һүҙ менән кешене һауыҡтырырға ла, ҡайғыға ла һалырға, дәртләндереп ебәрергә лә мөмкин. Кешене төшөнкөлөккә бирелдереү, үҙенең эшенән ваз кисереү өсөн дә бер һүҙ етә. Шулай уҡ яғымлы һүҙ менән кешене ҡыуандырырға ла, кәйефен күтәрергә лә була. Борон-борондан халҡыбыҙҙа сәсәндәр булған. Улар бер һүҙ менән хатта хандарҙы еңеүгә өлгәшкән. Батшаларҙың сәйәсәтен үҙҙәренә ыңғай яҡҡа йүнәлтер өсөн дә уларҙың бер һүҙе еткән. Шулай уҡ бер һүҙ менән кемделер ғәйепле итеп, уның яҙмышын боҙорға мөмкин. Был урында 1937 йылдағы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөп китәйек. Ул саҡта нахаҡ һүҙ менән бик күптәрҙең яҙмыштары юҡҡа сыҡты. Шуны ла өҫтәп әйтер инем: ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең һүҙе менән төймәләй генә эштәрен дә дөйәләй итеп күрһәтә белә.

 

Мәликә ҒӘЛИЕВА, Ҡырмыҫҡалы ауылы:

- Һүҙ көсөнә мин бала саҡтан уҡ ныҡ ышанам. Үҙем күп шундай хәлдәргә тарығаным булды. Мәҫәлән, 10-11-се кластарҙа уҡығанда физкультура дәресендә саңғыға сығыуҙы яратманым, сөнки уҡытыусы 5 км йүгертә ине. 2-3 тапҡыр шулай алдашып бүлмәлә ҡалдым һәм һәр ваҡыт минең эсем ысынлап та ныҡ ауырта башлай. Әйтәләр бит: уйыңа килгән – алдыңа килә, тип. Шул рәүешле беҙҙең уйлаған уйҙарыбыҙ мейебеҙгә, аңыбыҙға "программа" булып һалына һәм аң үҙенекен "эшләй" башлай. Аңдағы йоҡомһораған ҡайһы бер тойғоларҙы уятып, булмышыңды үҙгәртерлек көскә әйләндереп ебәреүҙә һүҙ көсөнөң әһәмиәте бик ҙур. Һүҙ ҡеүәте йыһанда йыйылып, бер бөтөнгә ойошоп, ҙур көскә эйә була тиҙәр бит. Күмәкләп, бер үк ваҡытта, бер нисә тиҫтә кеше теләк теләһә, доғалар ҡылһа, ул ҡабул була тигәнгә лә ышанам.Теләгеңде, уй-кисерештәреңде ағым һыуға һөйлә тиҙәр. Быны бит кешегә һөйләмә тигән мәғәнәлә түгел, ә һыу менән һүҙҙең бер материя булыуын аңлата. Яман уйҙар ағып тарала, яҡшы теләктәр тормошҡа аша. Ямғыр яуғанда, донъяла һиллек булғанда теләктәрең, әйтер һүҙҙәрең кешегә шәберәк һеңә. Шулай уҡ донъя ығы-зығыһы тынып ҡалғанда әсәйҙәр балалары өсөн доға ҡыла. Теләктәрҙе, әйтер һүҙҙәрҙе алдан барларға ла кәрәк.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас