

Хөрмәлә кислоталар аҙ, шуға ла ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр, бауыр ауырыуҙары менән яфаланғандарға уны ҡулланыу ҡурҡыныс тыуҙырмай.
Кардиологтар ҙа был емеште кәңәш итә, сөнки ул йөрәк насар эшләгәндә организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға булышлыҡ итә, атеросклерозға ҡаршы профилактика сараһы булып тора. Шулай уҡ нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә – көнөнә бер хөрмә ашау тынысланырға һәм йоҡоно яҡшыртырға ярҙам итәсәк магний күләмен тулыландыра. Шуға ла уны көндәлек рационында ҡулланған кеше бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйәсәк.
Был емеште яратҡандарҙың тештәре һәм ҡаҙналары ныҡ була. Шул уҡ ваҡытта ул организмдан токсиндарҙы, шлактарҙы сығара, һимереүҙән шәп сара булып тора.
Хөрмәнең составында күкрәк һөтөн арттырыусы окситоцин матдәһе бар. Бала ашатыусы әсәләр быны ла иҫтә тотороға тейеш.
Йәннәт емешен башҡа киптерелгән емештәр кеүек көкөрт кислотаһы менән эшкәртмәйҙәр, шуға ла уны шикләнмәйенсә файҙаланырға була.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөһим аминокислоталарҙың береһе триптофан – тән күҙәнәктәренең ҡартайыуына ҡаршы тора. Шулай уҡ, баш мейенең һәйбәт эшләүе, психиканы нормаль хәлдә тотоу өсөн кәрәк. Был емеште яратҡан кешеләрҙең тештәре һәм теш ҡаҙналары ныҡ була.
Көндәлек рационына был емеште керткәндәр бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Ул токсин һәм шлактарҙы сығара, имунитетты күтәрә, хәтерҙе яҡшырта.