Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
1 Декабрь 2022, 07:14

Дәрт, дарман һәм көс алдыҡ

Ошо көндәрҙә Ҡабаҡ дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы, заманса технологиялар ҡулланыу” темаһына арналған семинары бик матур һәм сағыу сараларға үрелеп үтеп китте.

Дәрт, дарман һәм көс алдыҡДәрт, дарман һәм көс алдыҡ
Дәрт, дарман һәм көс алдыҡ

Сараны 5 класта башҡорт әҙәбиәтенән Раушания Түзбәкова “Ҡышҡы урманда” һәм 2 класта башҡорт теленән Регина Хәлилова “Айыу менән төлкө” әкиәте һәм “Ниндәй? һорауына яуап бирергә өйрәнеү темаларына асыҡ дәрестәр күрһәтеү менән башлап ебәрҙе.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Олокүл мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Ғәйфуллинаның “Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу” һәм 1-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Ғирфанованың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә төрлө технологиялар ҡулланыу” темаларына оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Улар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү, яңы технологиялар индереү һәм уҡыусыларҙың белем кимәлен заманса баһалау һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ошондай семинарҙар кәрәк тигән фекерҙәрен белдерҙе.
Семинар төшкө аштан һуң Ҡабаҡ ауылының мәҙәниәте һарайында бик матур осрашыуҙар менән дауам итте. Ҡунаҡтар - күренекле яҙыусылар Флүр Ғәлимов һәм Банат Вәлиева үҙҙәренең ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Флүр Миңлешәриф улы “Ағиҙел” журналында баҫылған «Шайморатов генерал» романының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе туаһында һөйләне һәм был әҫәрҙең Башҡортостан Яҙыусылар идараһы тарафынан Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүе хаҡында белдерҙе.
- Данлы генерал тураһында әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә, башҡа өлкәлә лә күп әҫәрҙәр ижад ителде һәм ителә. Ләкин ҙур роман булғаны юҡ ине, - тип романды уҡып сығырға саҡырҙы яҙыусы.
Сара мәктәп уҡыусылары әҙерләгән бик матур һәм бай концерт ҡарау менән тамамланды. Был семинарҙан районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары дәрт, дарман, көс алып, рәхмәттәр уҡып таралышты. Артабан да ошондай сағыу саралар булып торһон, донъялар тыныс булһын.
Әлфиә Ғәйфуллина,
Олокүл мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас