

Башҡараһы эштәре лә бихисап
Район ҡатын-ҡыҙҙары советының сираттағы ултырышының көн тәртибендә өс һорау ҡаралды. Барлыҡ сығыш яһаусылар эшләнгән эштәргә анализ яһап, башҡараһы эштәргә пландар ҡорҙо.
Иң тәүгеләрҙән булып район ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Виктория Мөхәмәҙиева тиҙҙән үтәсәк Әсәләр көнө, Инвалидтар көнө һәм Яңы йыл байрамдарын ойоштороу һәм унда ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса телмәр тотто.
- Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә бик күп саралар ойошторола. Уларҙың һәр береһендә әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт, - тине Виктория Риф ҡыҙы һәм үткәрелгән иң ҙур сараларҙы һанап үтте. Ул шулай уҡ “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!”, мобилизацияға эләккән граждандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса акцияларҙа дәррәү ҡатнашҡандары өсөн барыһына ла оло рәхмәт белдерҙе һәм “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсында ла шулай уҡ әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева:
- Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә бик күп һәм файҙалы саралар уҙғарыла. Хатта, уларҙы үткәргән саҡта совет тарафынан ҙур эш башҡарлыуы хаҡында халыҡ белмәй ҙә ҡала. Эште күрһәтә белергә лә кәрәк, әлбиттә. Әлеге көндә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып – махсус операцияға ебәрелгән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү тора. Ярҙам һәр кешегә барып етергә тейеш, һәр ғаилә менән урында эшләргә тура киләсәк, - тине.
Район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире Әлфиә Хоҙайҙатова ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә имен булмаған ғаиләләр эшен алып барыу тураһында һөйләне:
- Беҙҙең эштә һеҙҙең ярҙам бик кәрәкле. Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, беҙ социаль яҡтан хәүефле булған ғаиләләр, етем ҡалған балалар һәм шулай уҡ эшкә һәләтһеҙ граждандар менән, йәғни ифрат ҙур иғтибар талап ителгән кешеләр категорияһы менән эшләйбеҙ. Уларға ваҡытында ярҙам итеү, тормоштарын сифатлыраҡ итеү, балалар именлеген тәьмин итеү – беҙҙең төп бурыс. Бөгөнгө көндә беҙҙең районда 16 ғаилә социаль яҡтан хәүефлеләр иҫәбендә. Был ғаиләләрҙә 38 бала тәрбиәләнә. Шулай уҡ 11 бала төрлө рәүештә хоҡуҡ боҙоу буйынса иҫәптә тора. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балалар иҫәбе – 186. 155 кеше эшкә һәләтһеҙҙәр һанала. 2021 йылда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған 24 бала асыҡланды. Уларҙың тик 6-һының ғына ата-әсәһе мәрхүм булған. Ҡалған 18 баланың атаһы йәки әсәһе ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән, эшкә яраҡһыҙ тип табылған, йәки иркенән мәхрүм ителгән. 2022 йылдың 10 айы эсендә 18 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған бала был исемлеккә теркәлде. Уларҙың 9-ы социаль етем категорияһына керһә, ҡалған 9-ы етем ҡалған. Бындай балаларҙы туғандарына бирергә йәки башҡа ғаиләләргә урынлаштырырға тырышабыҙ. Былтыр 10 ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителде. Был инде 15 баланың етем ҡалыуы хаҡында һөйләй. Быйыл 8 ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителде, 7 бала етем ҡалды. Бындай хәлдәрҙе булдырмау өсөн беҙгә һәр саҡ ғаиләләргә сығырға, профилактик аңлатыу эштәре алып барырға тура килә. Ошо юҫыҡта эштәр башҡарған саҡта һеҙҙең ярҙамға мохтажбыҙ. Сөнки урындағы яңылыҡтарҙы, мәғлүмәтте һеҙҙән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Ғөмүмән әйткәндә, һеҙҙең ярҙам беҙгә мөһим. Һәр саҡ беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеп торғанығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ.
"Ғаилә" район-ара үҙәгенең юрисы Светлана Иҫәнғолова ауыр тормош хәлендә ҡалған, имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлау һәм профилактик саралар үткәреү буйынса ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә башҡарған һәм башҡараһы эштәр хаҡында бәйән итте.
- Ауыр тормош хәленә юлыҡҡандар, социаль яҡтан имен булмағандар исемлегенә күреүселәрҙең сәбәптәре төрлөсә. Бындай осраҡта кемдәргәлер бары тик һүҙ ярҙамы ла етә, ә ҡайһы берәүҙәр менән бик оҙаҡ һәм ентекле эшләргә тура килә. Беҙҙең эштең төп маҡсаттары булып, консультация биреү, бындай ғаиләләр менән яҡындан танышып, уларға тәрбиәүи яҡтан кәңәштәр бирергә тура килә. Әлеге көндә 53 ғаиләгә социаль яҡтан ярҙам талап ителә. Шул иҫәптән 38 ғаилә ауыр тормош хәлендә тип табылды. Был ғаиләләрҙә 46 бала тәрбиәләнә. Район буйынса 12 ғаилә социаль яҡтан хәүефле танылған. Айына ике тапҡыр “Ғаилә клубы” ойошторола. Ошо сараны ауыл советтарында үткәрергә тәҡдим итәбеҙ һәм беҙгә һеҙҙең ярҙам кәрәк буласаҡ. Унда төрлө түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар үткәреләсәк, - тине үҙенең сығышында Светлана Зиннур ҡыҙы.
Ултырышта билдәләүенсә, район ҡатын-ҡыҙҙар советы башҡарған эштәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Шулай уҡ алдағы көндәрҙә башҡараһы эштәре лә бихисап.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.