Даирә
+21 °С
Болотло
Көнүҙәк
9 Ноябрь 2022, 15:14

Өфөлә ныҡ итеп ҡар яуа — ләкин әлегә ҡар ятмай

Өфөлә ныҡ итеп ҡар яуа. Көндәр йылы тора, шуға әлегә ҡар ныҡлап ятмай. Синоптиктар фаразлауынса, кесаҙна һәм йома көндәрендә ҡалала яуым-төшөм көтөлә.

Өфөлә ныҡ итеп ҡар яуа — ләкин әлегә ҡар ятмайӨфөлә ныҡ итеп ҡар яуа — ләкин әлегә ҡар ятмай
Өфөлә ныҡ итеп ҡар яуа — ләкин әлегә ҡар ятмай

9 ноябрҙә киске сәғәт 8-ҙән алып 10 ноябргә киске 8-гә тиклем Өфөлә епшек ҡар һәм ямғыр яуа, көндөҙ аҙ ғына. Төндә юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә, ваҡыты менән секундына 16 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0° тирәһе, көндөҙ +1, +3°.

10 ноябрҙә республикала бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә һәм иртән айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә, урыны менән секундына 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -3, +2°, көндөҙ -1, +4°, тип хәбәр итә Башгидромет.

Юлдарҙа төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан артмай. ЮХХДИ руль артында иғтибарлыраҡ булырға саҡыра.

 

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас