+24 °С
Ямғыр


Иҫке Мусаға командировкаға барғанда уға бүләген тапшырып сыҡтыҡ. Регина Әхтәм ҡыҙы тормош иптәше менән 11 һәм 12 йәшлек Айнур һәм Марсель исемле улдар үҫтерәләр.
- Гәзитте алдырғаныбыҙға 5-6 йыл була. “Даирә”лә баҫылған бар мәҡәләләр ҙә оҡшай. Тәүге битенән аҙағына тиклем яйлап уҡып сығабыҙ. Быға тиклем бүләк отҡаныбыҙ юҡ ине, һеҙгә ҙур рәхмәт, - ти Регина Уразғолова.
Шундай тоғро уҡыусыларыбыҙ булғанға шатбыҙ. Башҡа гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла квитанцияларын ебәреп, үҙ бәхеттәрен һынап ҡарарға саҡырабыҙ. Киләһе йылға ла бик шәп бүләктәр әҙерләнек.
“Даирә”ләр.